Ҡанундар камиллаша18.09.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы тәүге ултырышында социаль әһәмиәтле закон проекттарына өҫтөнлөк бирелде. Шулай уҡ республиканың автомобиль юлдары менән бәйле мәғлүмәттәр иғтибар үҙәгендә булды. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдиновтың Башҡортостан юлдарындағы хәл-торош тураһындағы сығышын берәү ҙә тыныс ҡына тыңлай алмағандыр. Кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғәләре, меңәрләгән ҡорбандар, эскән килеш руль артына ултырыусылар, балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙың артыуы...

— Депутаттар корпусын был статистика борсой, — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы — Ҡо­ролтай депутаты Наил Ғиззәтуллин. – Был өл­кәләге хәл Рәсәйҙең бүтән төбәктәре менән сағыштырғанда яҡшыраҡ түгел. Беҙ бындай күр­һәткестәргә юл ҡуймау өсөн барлыҡ мөм­кин­лектәрҙе өйрәнеү яҡлыбыҙ. Бөгөн, әйтәйек, мәк­тәптәрҙә юл ҡағиҙәләренә ҡағылышлы класс сәғәттәре өсөн аҙнаһына 15 минут ҡына ҡа­ралған. Был ваҡыт эсендә нимә өйрәнәһең ин­де? Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙ­ған өсөн санкцияларҙы көсәйтеүсе норматив хоҡуҡи акттар ҙа был эштәрҙең һөҙөмтәһе булырға тейеш.
Йәнә эвакуаторҙар мәсьәләһе лә ҡаралды. Закон эшләй, ҡағиҙәне боҙғандар яуаплылыҡҡа тарттырыла, әммә һуңғы ваҡытта авто­һә­үәҫ­кәр­ҙәр ҡанундан бигерәк эвакуаторсыларҙың үҙ­ҙә­ренә дәғүә белдерә башлаған. Законға ярашлы, водитель автомобиле янына сығып өлгөрһә, машинаны хужаһына кире ҡайтарырға тейештәр. Әммә йыш ҡына эвакуаторсылар ҡағиҙәне бөтөн­ләй инҡар итә. Был аңлашылмаусанлыҡ инспекторҙарҙың эшмәкәрлегенә бәйле тыуған тип аңлата депутаттар. Баҡтиһәң, улар протокол тултыра ла эвакуаторҙың ҡуҙғалғанын да көтөп тормай сығып китә. Ә ошо арала “тимер ат” хужаһы килеп сыға икән, эвакуаторсылар уға машинаһын инспекторһыҙ нисек тапшырһын? Ниһайәт, был аңлашылмаусанлыҡҡа ла нөктә ҡуйылды. Хәҙер инспекторҙар эвакуатор урынынан ҡуҙғалып киткәнсе бер ҡайҙа ла юғалмаҫҡа тейеш.
Был көндө шулай уҡ “Башҡортостан Рес­публикаһында дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында”, “Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау хаҡында”, “Башҡортостан Республикаһында ба­лаға айлыҡ пособие тураһында”ғы ҡанундарға үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекттары һуңғы уҡыуҙа ҡаралды.




Вернуться назад