Ауыл етештереүселәре әүҙем дә ул...18.09.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Фәндәр академияһының Урал бүлексәһендәге Иҡтисад институты директоры Александр Татаркин менән осрашты. Сарала республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.

— Быйыл һигеҙ ай эсендә сәнәғәт етештереүе индексы 100,5 процент тәшкил иткән. Һалым буйынса ла 14 процентлыҡ үҫеш күҙәтелә. Ләкин был — һумдың девальвацияһы һөҙөмтәһе. Экспортерҙарыбыҙ ярайһы уҡ ҙур табыш ала, шуға ла һалым арта. Инвестиция эшмәкәрлегендә әүҙемлек бар, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, ҡайһы бер күрһәткестәр түбәнәйгән. Мәҫәлән, нефть эшкәртеү күләме — 15-16, ваҡ сауҙа — 12-13, күмәртәләп сауҙа итеү — 15, йөк ташыу 7-8 процентҡа кәмегән. Ауыл хужалығына килгәндә, йыл аҙағына һөт етештереүҙең артыуы көтөлә.
— 2015 йылдың былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ булыуы күҙаллана. Һөт буйынса Татарстан менән беҙ алдынғылыҡты бирмәйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн ауыл хужалығындағы продукцияның — картуф, йәшелсә, һөт, иттең — 60 процентын шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештерә. Был беҙҙең өсөн ҡулай түгел. “Индустриаль йүнәлеш”кә күсергә кәрәк.
Республика Башлығының фекеренсә, уйланылған, уңайлы инвестиция шарттары был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.






Вернуться назад