Ауыл ҡаланы ашата һәм йәшәтә. Яңы тыуған бала ла кейем тураһында уйламай, ә тамаҡ туйҙырыу хаҡында “аҡыра”, сөнки ашау беренсе урында, беҙ йәшәү өсөн ашайбыҙ. Бөтә ғүмер ауылда үтте, ҡартайылды, ә унда халыҡтың йәшәүе ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Әгәр кеше ҡырмыҫҡа кеүек хәрәкәтләнә икән, уның баҡсаһында йәшелсәһе лә, емеш-еләге лә, ихатаһында ҡош-ҡорто ла, мал-тыуары ла буласаҡ.
Ауыл тормошо үҙемдең йәшәү дәүерендә күп үҙгәреш кисерҙе. Йыраҡҡа китмәйенсә, 1953 йылдың 8 авгусын иҫкә төшөрәйек. Ошо көндө ил етәксеһе Маленков ҡарары менән ауыл хужалығы бөтөрөлдө.
Н.С. Хрущев хакимлыҡ иткән йылдарҙа ауылда йәшәүселәргә тормош көтөү айырыуса ҡыйынлашты. Ғаиләлә нисә кеше йәшәүенә ҡарамаҫтан, бер һыйыр, бер башмаҡ (йәш ярымға тиклем), дүрт һарыҡтан башҡа мал аҫрау тыйылды. Әгәр сусҡа аҫрайһың икән, тик өс баш! Беҙҙең көньяҡ райондарҙан күп мал аҫрап өйрәнгән ҡаҙаҡтар Ырымбур өлкәһенә, Ҡаҙағстан сиктәренә күсеп китте. Крәҫтиәндең артыҡ мал тотоу мөмкинлеге ныҡ сикләнде, ауыл кешеһе барлы-юҡлы итен, һөтөн үҙе ҡулланды, баҙарға сығарманы, ҡала кешеһенең ярлыһы көндәлек ашау рационынан ит ашауҙы күпкә ҡыҫҡартты. Артыҡ мал була ҡалһа, колхозға тапшырыу сараһын күрҙеләр. Ул йылдарҙа үҙгәрештәр байтаҡ булды. Райондар эреләтелде. Башҡортостанда Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәһе барлыҡҡа килде. Беҙҙең яҡта, һигеҙ районды берләштереп, Мәләүез районын ойошторҙолар. Был тәртип оҙаҡҡа барманы, ике йылдан һуң юҡҡа сыҡты. Күпме мәшәҡәт тыуҙырҙы, күпме аҡса сарыф ителде?! 1949 — 1950 йылдарҙа СССР етәкселәре “Перспективаһыҙ халыҡ йәшәгән ауылдар” тураһында ҡарар сығара. Ошо ҡарар нигеҙендә колхоздарҙы эреләтеү башланды. РСФСР Министрҙар Советы “Перспективаһыҙ ауылдарҙы бөтөрөү” тигән ҡарар ҡабул итә. 1960 — 1980 йылдарҙа 149 мең ауылдың 29 меңен генә ҡалдырырға тейеш булалар.
“Киләсәге юҡ” мөһөрө һуғылған ауылда йәшәгән халыҡ тыуған ерен ҡалдырып, туған-тыумасаһы йәшәгән яҡҡа, күрше Ырымбур өлкәһенә, Урта Азияға күсеп китергә мәжбүр булды.
1991 йылдың көҙө. Рәсәй Президенты Б.Н. Ельцин, Рәсәйҙең төбәк етәкселәрен йыйып, 1992 йылдың тәүге кварталында уҡ дөйөм хужалыҡтарҙы, йәғни колхоз-совхоздарҙы таратырға, фермер хужалыҡтары ойошторорға, ерҙе, хужалыҡ объекттарын һәм техниканы шәхси ҡулдарға таратып бирергә тигән указ сығара.
1992 йылдың икенсе яртыһында Б.Н. Ельцин, үҙ хатаһын аңлап, кире ауыл хужалығын ойоштороу тураһында ҡарар итә. Шул сәбәпле ул төбәктәрҙең үҙ юлын һайлау теләгенә ҡаршы төшмәне. Әммә байтаҡ төбәктәр ауыл хужалығын тарҡатып өлгөргәйне инде.
Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Пермь, Владимир, Липецк, Воронеж, Курск өлкәләре Б.Н. Ельциндың Указын тулыһынса үтәргә тырышты, һөҙөмтәлә ауыл хужалығы тарҡатылды, ауылдар етемһерәп ҡалды. Дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2002 йылдан алып Рәсәйҙә 8,5 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан, 19,4 меңе картала ғына ҡалған. Беҙҙең күрше “Политотдел” колхозы ла (Ырымбур өлкәһе) тарҡалды. Фермер хужалығы ерҙең бер өлөшөн генә һөрә, арыш сәсә, иген йыя, ләкин ул таҙартылмай, он итеп тартылмай, ҡатнаш аҙыҡ яһалмай, сөнки тирмән, таҙартыу агрегаттары юҡ. Ә беҙҙә тормош бөтөнләй икенсе. 2011 йылда уңыш юғары булды. Беҙгә колхоз ере файҙаланған өсөн пайға 12 центнер иген бирҙе. Районда бер фермер хужалығы ла пайға бындай күләмдә иген менән тәьмин итә алманы. Беҙ хужалыҡ етәксеһе Әхиәт Шәйхетдин улы Таңатаровтан уңдыҡ. Ул тәжрибәле етәксе, эште оҫта алып бара, хеҙмәт тәртибен тулыһынса аяҡҡа баҫтырҙы.
Һуңғы йылдарҙа ауылдың социаль хәлен яҡшыртыуға ҙур көс һалынды, газ һәм һыу үткәргестәр барлыҡҡа килде, асфальт юлдар һалынды. Автомобиль юлдары оҙонлоғо буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.
Республикала ауыл хужалығына ярҙам итеү маҡсатында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып машина-технология станциялары төҙөлдө. Улар кәрәкле ауыл хужалығы техникаһы менән тулыландырылды. 2011 йылдың көҙөндә МТС игендең 40 процент майҙанында уңышты йыйып бирҙе.
Ауылдарҙың мөхитен яҡшыртыу өсөн яһалма күлдәр, быуалар, һыу һаҡлағыстар төҙөлә башланы. Һыу бассейндары ауылдың тәбиғәтенә, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына ыңғай йоғонто яһаны. Мәҫәлән, Хәйбулла районында өс һыу һаҡлағыс төҙөлдө.
Һыу һаҡлағыстар райондың тәбиғәтен киҫкен үҙгәртте: донъя йәшеллеккә күмелде, аҡҡоштар һәм ҡыр өйрәктәре Хәйбулла төйәген үҙ итте.
Кәттәл АРҒЫНБАЕВ.
Көйөргәҙе районы.