Стратегик уҡыуҙар тамам18.09.2015
Өфөлә төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов “Үҙәк-2015” стратегик команда-штаб уҡыуҙарының тамамланыуына арналған митингта сығыш яһаны. Сара Үҙәк хәрби округта 7 сентябрҙә башланғайны.

Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы Башҡортостан билә­мәһендәге уҡыуҙарға әҙерлек барышына, башҡарма власть органдары менән урындағы үҙидараның үҙ-ара бәйләнешенә, сараларҙы ойоштороу кимәленә юғары баһа бирҙе. Республика етәксеһе уҡыуҙарҙа ҡатнашҡандарға әүҙемлек күрһәткән өсөн Рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ запастағы майор Евгений Щемелининға рәхмәт хаты тапшырҙы.




Вернуться назад