Килешеүгә ҡул ҡуйылды18.09.2015
Башҡортостан Республикаһы менән Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса федераль агентлыҡ (“Росимущество”) “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы акцияларын файҙаланыу һәм улар менән тауыш биреү тәртибе тураһында килешеү төҙөнө.

Документ аҫтына Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, “Рос­имущество” етәксеһе Ольга Дергунова, Башҡортостан Рес­пуб­ли­каһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев ҡул ҡуйҙы. Килешеү “Башнефть” компанияһына корпоратив идара итеү йәһәтенән Рәсәй менән Башҡортостандың үҙ-ара бәйләнеше принциптарын һәм алымдарын билдәләй. Уға ярашлы, яҡтар йәмғиәт акционерҙарының дөйөм йыйылышына әҙерләнгәндә һәм унда тауыш биргәндә, шулай уҡ эшмә­кәрлек, үҫеш стратегияһы, бюджет, дивидендтар күләмен билдәләү, ҙур килешеүҙәрҙе хуплау, Директорҙар советы рәйесен һайлау, компания президентын тәғәйенләү һәм ҡайһы бер башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса акционерҙарҙың хоҡуҡтарын берлектә тормошҡа ашырыу йөкләмәһен үҙ иңенә алды. Бынан тыш, компания акцияларын файҙаланыу тәртибенә ҡағылышлы бурыстар ҙа билдәләнде.






Вернуться назад