Рөстәм Хәмитов: “Беҙ ҙә яуаплылыҡ тоябыҙ”18.09.2015
– “Башнефть” компанияһының артабанғы үҫеше химия сәнәғәте менән бергә барырға тейеш. Бөгөн “Өфөоргсинтез” – уңышлы эшләп килгән предприятиеларҙың береһе, 2020 йылғаса етештереүҙе ике тапҡырға арттырыу күҙаллана унда. Халыҡ хужалығында, оборона сәнәғәтендә талап ителгән продукцияның яңы төрҙәре үҙләштерәләсәк, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Росимущество”ның етәксеһе Ольга Дергунова менән осрашыуҙа.
Әлбиттә, был маҡсатҡа өлгәшеү, тейешле һөҙөмтә өсөн алда ҙур эштәр көтөлә, мәҫәлән, кластер сәйәсәтен үҫтереү мөһим. Республикала, шулай уҡ күрше төбәктәрҙә урынлашҡан химия, нефть химияһы комплекстары менән хеҙмәттәшлек кәрәк. Совет осоронда улар тулы бер организм кеүек эшләй, йөҙләгән төр тауар сығара ине. Был хаҡта Рөстәм Зәки улы:
– Компанияның финанс һөҙөмтәләре үҫешһен өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырырға тырышасаҡбыҙ, – тине. – Акционерҙар булараҡ, был осраҡта беҙҙең иңгә ниндәй яуаплылыҡ ятыуын аңлайбыҙ. Бөгөн менеджмент йәһәтенән компания етәкселегенең уңышлы эшләүен талап итәбеҙ. Нимә генә тимә, мәсьәлә бик мөһим: 5 миллиард һумлыҡ дивиденд – беҙҙең ҡаҙнаның сығым өлөшөнөң 4 проценты. Был аҙ аҡса түгел.
“Башнефть” компанияһы – ҡеүәтле ойошма. Ул нефть сығарыу һәм унан тауарҙар етештереү генә түгел, башҡа йүнәлештәр буйынса ла үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтә, арттыра ала. Быларҙың бөтәһе лә директорҙар советы ултырышында, акционерҙарҙың дөйөм йыйылышында тикшереләсәк.