Булғанына шөкөр18.09.2015
Һаумыһығыҙ, “Башҡортостан”дар! Беҙ, һеҙҙең 80 йәште ҡыуған даими уҡыусыларығыҙ, редакциялағыларға рәхмәт йөҙөнән именлек, ижади ҡеүәт теләп ҡалабыҙ.
Хәҙер тормош бик яҡшы, күҙ генә теймәһен. Ауыл ерендә, бигерәк тә хужалыҡта сәләмәт булып, кәштер-көштөр итеп кенә эштәрҙе бөтөрөп йәшәһәң, бер нәмәгә лә зарланаһы юҡ. Магазинда нимә алам тиһәң, шул бар. Беҙҙең йәш саҡ менән сағыштырырлыҡ түгел, хәҙер барыһы ла етеш, күркәм. Донъяларыбыҙ тыныс ҡына торһон. “Башҡортостан” менән дуҫлыҡты өҙмәй, республикала, илдә барған хәлдәр тураһында хәбәрҙар булып, татыу, матур йәшәйек.