Таҙалыҡты ла оноторға ярамай18.09.2015
Таҙалыҡты ла оноторға ярамай Төбәк етәксеһе етештереүселәргә шундай талап ҡуйҙы
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө районының Авдон ауылына барып “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһын яңыртыу барышы менән танышты.


Әле 20 бинала реконструкция та­мамланған, улар заманса ҡора­мал­дар, елләтеү системалары менән йы­һазландырылған. Проект буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 700 миллион һум самаһы тәшкил итә. Рес­публика Хөкүмәте күрһәткән яр­ҙам 70 миллион һумдан ашып киткән. Реконструкция һөҙөмтәһендә һалым бүлемдәре йылына 55,8 миллион һум­дан 95,5 миллион һумғаса артҡан.
Таҙалыҡты ла оноторға ярамайРөстәм Хәмитов предприятие хеҙ­мәткәрҙәре менән аралашты, “Авдон” сауҙа маркаһы менән сыҡҡан продукция күргәҙмәһен ҡараны. “Русское Зерно Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ста­нислав Насимов республика етәксеһен холдинг предприятиеларында ит етештереү линияларын яңыр­тыу буйынса өр-яңы проект менән таныштырҙы. Күҙалланған инвестиция күләме 4,8 миллиард һум тәшкил итә.
Холдинг етәксеһе менән әңгәмәлә тө­бәк Башлығы ҡошсолоҡ фабрика­ла­рындағы ҡалдыҡты эшкәртеү мәсь­ә­ләһен күтәрҙе һәм Ауыл хужалығы ми­нистрлығына ошо бурысты тор­мошҡа ашырыуҙың төрлө юлдарын тикшерергә, шул иҫәптән пред­приятиеларҙы субсидиялау мөмкин­леген ҡарарға ҡушты.
– Беҙҙең өсөн нимә мөһим: тирә-яҡтың именлеге һәм етештереүҙең таҙалығымы, әллә шартлы рәүештә экономияланған 20 миллион һуммы? Яуабы билдәле инде. Предприятие мәҙәни йәһәттән дә алда барырға тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы.


Вернуться назад