Ағинәйҙең яҡты һүҙенә ҡойоноп...18.09.2015
Ағинәйҙең  яҡты һүҙенә  ҡойоноп... Ике тиҫтә йылдан ашыу ауылда Ҡөрьән уҡып, дини йолаларҙы башҡарып, бүтәндәрҙе лә ошо юлға әйҙәп йәшәгән Рәйхана апайҙың йөҙөнән иман нуры бөркөлөп тора. Байрамдарҙың биҙәге, табындарҙың йәме ул. Моңло тауышы, әҙәплелеге һәр кемде һоҡландыра.

Әле Ҡоръятмаҫ халҡы үҙҙә­рендә мәсет төҙөү менән мәшғүл. Боронғо ҙур ауылдарҙың береһе булһа ла, иман йорто һалыу ауырлыҡ менән бара. Биш йыл элек башланған төҙө­лөш һаман теүәлләнмәгән. Әлбиттә, мәсет тиҙерәк ҡалҡып сыҡһын өсөн янып-көйөп йөрөгәндәр, ихлас яр­ҙам иткәндәр байтаҡ. Улар ара­һынан Фәнир Халиҡов, Нурфаяз Низаметдинов, Харис Хәсәнов, Марат Латипов һәм башҡаларҙы билдәләп үтергә мөмкин. Ырымбур мәсетенән килеп тә ярҙамлашып китәләр.
Ауылда мәжлес йы­йып Ҡөрьән уҡыр­лыҡ, дини бай­рам­дар­ҙы уҙға­рыр­лыҡ урын бул­мағанлыҡтан, Рәй­ха­на апай Фәт­ҡул­лина был ғәмәл­дәрҙе үҙ йортонда ойошто­ра. Ҡәрҙәш­тәрен хаҡ юлға әйҙәп, өгөт-нәси­хәт уҡып үткәрә ул осрашыуҙарҙы.
– Башланған эш – бөткән эш: изге кү­ңел­ле кешеләр­ҙең ярҙа­мы менән мәсетебеҙ тиҙҙән ишеген асыр, ин­­шаллаһ, – ти Рәй­хана Мансур ҡыҙы. – Иман йорто ауылыбыҙҙы тағы ла нурландырып ебәрер. Халҡы­быҙҙың күңе­ле һайыҡмаһын, тыуған еребеҙҙә берҙәм, татыу йәшәргә яҙһын.
Һәр ерҙә иң ҡәҙерле ҡунаҡ ул Рәй­хана апай. Ағинәйҙең матур кәңәш­тә­ре, күркәм вәғәздәре, өгөт-­нәси­хәт­тәре ауылдаш­тарының күңелен киләсәктә лә имандан айырмаһын, иншаллаһ!





Вернуться назад