Бүлешһәң, бәрәкәт арта18.09.2015
Бүлешһәң, бәрәкәт арта – Быларҙың барыһы ла беҙгәме? – тип аптырап китте Флүр, алдына теҙеп ҡуйылған күстәнәстәрҙе күреп.
Ә унда нимә генә юҡ: картуф, помидор, ҡыяр, сөгөлдөр, кишер, алма, слива, виноград...
Хужабикә Әфиҙә апай Йыһангирова улы Альберттың бала саҡ дуҫы Флүр Сәйетов менән уның ҡатыны Ольганы баҡсаһына ҡунаҡҡа саҡырғайны. Мунса яғып, һыйлап, күстәнәс тейәп ебәрҙе.


Сәйетовтар быйыл мартта Ук­раинаның Донецк ҡалаһынан Өфөгә ҡайтҡан. Икеһе лә эшкә урынлашҡан, фатирға түләп йәшәйҙәр.
Флүр – Өфө егете. Санкт-Петербургта уҡыған, украин ҡыҙына өйлә­неп, ғаилә ҡорған, ике ҡыҙҙары бар. Донецк ҡалаһында һуғыш башланғас, Сәйетовтар Башҡортостанға ҡай­тырға ниәт иткән. Ҡыҙҙары ҙур инде. Улар олатай-өләсәйе янында Харьковта ҡалған. Бәлки, киләсәктә ата-әсәһе янына килерҙәр.
Ихлас, йомарт Әфиҙә апай һәр кемгә шулай ярҙам итеп тора. Ул йыл да баҡсалағы уңышынан бихисап туғанына өлөш сығара. Быйыл ире Мазһар Ғариповтың вафат булғанына 20 йыл тулды. Ошо уңайҙан Әфиҙә апай улы Альберт менән Борай ра­йонының Ишмәмәт ауылына барып, мәрхүмде иҫкә алып, аят-доғалар уҡытты. Үҙенең тыуған яғына ла – Балтас районының Һәйтәк ауылына – һуғылды. Ике урында ла туғанда­рының һәр береһенә күстәнәскә мул итеп алма, слива таратып сыҡтылар.
Өфөгә ҡайтҡас, Әфиҙә апай “Ләлә” мәсетендәге шәкерттәргә лә күпләп емеш-еләк алып барҙы. Быға ҡәҙәр ҙә иман йортонда дин тәғлимәтен өй­рәнгән ҡәрҙәштәребеҙҙе күстәнәстән өҙмәй ул.
Әфиҙә апайҙың йомартлығын беҙҙең ғаилә лә татып тора. Күрше булараҡ, һәр саҡ тәүге уңышынан өлөш сығара. Ергә ҡойолған алмаларын да әрәм-шәрәм итмәй. Уларҙы йәшниктәргә тултырып, ҡапҡа төбөнә сығарып ҡуя. Кешеләр килеп, емеш­тәрҙе малына, ҡош-ҡортона ашатыр өсөн алып китә. Ә бит күптәрҙең артыҡ уңышы баҡсаһында сереп ятһа-ята, уны башҡаларға таратыу тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Әллә һаранлыҡ, әллә рәт белмәү тигәндәй, бүтәндәрҙе ҡыуандырыу һәр кемгә лә хас түгел шул.
Аллаһ Тәғәлә биргәнгә арттырып ҡайтара, тиҙәр. Ҡалала йәшәгән бөтөн кеше лә баҡса тота алмай бит. Ошондай хәлдәге туғандарыңды, дуҫ-ишеңде, күрше-күләнеңде хәләл кө­сөң менән тырышып үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә менән һыйла­һаң, ҙур сауап булалыр. Шуға ла Әфиҙә апайҙың баҡсаһында йыл һайын барыһы ла ишелеп уңа, йорто гөл-сәскәгә күмелеп ултыра.







Вернуться назад