Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы18.09.2015
  Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы Алдына бер, артына ике ҡараған етәксе алға алып бара алмай.
Байраҡ елберләтеп кенә байып булмай.
Берәүҙәр урын биләй, икенселәр – биҙәй.
Күккә күтәрелгән дә ергә ҡолай.
Өҫтәл дөмбәҫләү өҫтәлдең ныҡлығын, түрәнең йомшаҡлығын раҫлай.
Проблема юҡлыҡ та – проблема.
Сәйәсәт сәйнәп тештәрен һындырыусылар бар.
Түрәләр күп, хужалар етешмәй.
Юғарыға күтәрәләр, түбәнгә түбәләп төшөрәләр.
Бюрократ – донъяға параграфтар аша ҡараусы.
Законды урап үтеүселәр ҙә, тапап үтеүселәр ҙә бер урында осраша.
Зыяратта ла тигеҙлек юҡ: берәүҙәрҙең ҡәберен мәрмәр һәйкәл биҙәй, икенселәрҙекен селек баҫа.
Күҙлеләр күп, күреүселәр аҙ.
Һайлау алдынан һайрау тиҙ онотола.
Ауырлыҡ тыуҙырыуҙан да еңел эш юҡ.
Бурысҡа батыу һаҙға батыуҙан яман.
Дәүләт елкәһе һалым иҫәбенә ҡалыная.
Йомош төшһә, тел йомшара.
Хаҡтарҙы йүгәнһеҙләү – халыҡты рәнйетеү.
Яңы өйөңдө ҡотламай, иҫкеһен емермә.


Вернуться назад