Тыңланған һөйләшеүҙәр18.09.2015
Тыңланған һөйләшеүҙәр – Нәфисә еңгә, был кемдең картинаһы? Шишкиндыҡымы?
– Әстәғәфирулла! Ни эшләп Шишкиндыҡы булһын, ти, өсөнсө көн генә магазиндан һатып алдым. Үҙемдеке!
* * *
– Фермағыҙ ҙур ғына икән дә, ҡыҙыл мөйөшөгөҙ бармы һуң?
– Мөйөштәр күп тә ул, тик ҡыҙылы ғына юҡ. Эмаль тапһаҡ, бына ошо мөйөштө буярға уйлайбыҙ.
* * *
– Иреңде гәзиткә яҙғандар, уҡыныңмы?
– Нимә тип?
– Үҙ эшенә һалҡын ҡарай, тип.
– Шулаймы ни? Йылыныр өсөн тип көн дә бер ярты эскән була – юҡҡа ғына икән.
* * *
– Бабай, төндә бер үҙеңә ырҙын табағында ашлыҡ ҡарауыллауы күңелһеҙ түгелме?
– Әйттең һүҙ! Ниңә бер үҙем булайым, ти. Төнө менән тоҡ тотоп йөрөүселәр бөткәнме ни?!
* * *
– Уттай эш ваҡытында ни бысағыма урамда йөрөйһөң?
– Бәй, башҡа ни эшләмәк кәрәк?
– Һис юғында минең кеүек өйҙә генә ят. Кеше күҙенә күренһәң, һүҙ тейер.

(“Һәнәк”, 1957 йыл).



Вернуться назад