Үҙ туҡһаны – туҡһан!18.09.2015
“Һәнәк”– республикабыҙҙағы берҙән-бер сатира һәм юмор журналы. Тап 90 йыл элек, йәғни 1925 йылдың сентябрендә, сыға башлаған ул.
Бынан һуң әллә күпме үҙгәреш булды, әллә нисәмә ил башлығы алышынды, хатта социалистик система йәнә капи­тализмға әүерелде, әммә “Һәнәк” үҙенең изгелекле һәм игелекле юлынан тайпылманы. Уның маҡсаты һаман да шул уҡ: йәмғиәтебеҙҙе йәмһеҙләүсе, әҙәмсә йәшәргә ҡамасаулаусы, дөйөм кешелек ҡим­мәт­тәрен һанға һуҡмаусы, рухи донъябыҙҙы болға­тырға маташыусы тиҫкәре типтарҙан арыныу, көнкү­решебеҙҙе күркәмерәк итергә ынтылған изге ниәтле кешеләрҙең кәйефен ҡырыусы күңелһеҙ күренештәрҙе юҡ итеү...
Эйе, “Һәнәк” үҙе тура юлдан бара, башҡа­лар­ҙы ла шуға ҡоторта. Әммә ил иңенә төшкән хә­үеф­ле заман уның юлын бер аҙ тотҡарлап тор­ҙо. Үткән быуаттың зәһәр утыҙынсы йылдарында “Һәнәк”тең мөхәррирен, нахаҡҡа ғә­йеп­ләп, аталар. Журнал 1956 йылда ғына йәнә ярат­ҡан уҡыусыларына әйләнеп ҡайта. Һәм йәнә ең һыҙ­ғанып үҙ ниәттәрен тормошҡа ашырырға тотона.
Тормошобоҙ үҙгәреп, бығаса төшкә лә инмә­гән кәкре күренештәр пәйҙә булған был заманда уның кәрәклеге бигерәк тә ныҡ һиҙелә. “Һәнәк” туҡһан йыл инде ҡыйырһытылғандарҙы яҡлай, намыҫһыҙҙарҙы туҡмаҡлай. Бигерәк тә рухи ғәриптәрҙе дауалау ауырға төшә уға...
Әлбиттә, рухи ғәриптәрҙе ябай дауаханала кеше итеү мөмкин түгел. “Һәнәк” уларҙы хикмәт­ле хикәйәләр, шаян шиғырҙар, ғибрәтле һүрәт­тәр, фәһемле фельетондар, әскелтем әйтем­дәр, мәрә­кәле мәҙәктәр менән “өшкөрөп” терелтергә те­ләй. Был йәһәттән тылсымлы табип­тарҙы, йәғни талантлы, тәжрибәле, киң билдәле, үткер күҙле, тапҡыр һүҙле сатира-юмор оҫталарын – яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы, фельетонсыларҙы — йәлеп итә. “Халыҡ табиптары” ла етерлек. Былары “Һәнәк”тең күп һанлы авторҙары була инде. Сатирик журналдың изге эшен хуплаған дуҫтары һис кәмемәй, артҡандан-арта бара.
Әлбиттә, бөгөнгө тормош майлы бутҡа ашау түгел. Әммә иң ауыр замандарҙа ла уйын-көлкө кешенең рухи юлдашы булған: ауырлыҡтарҙы еңергә, ҡайғыларҙы таратырға ярҙам иткән.
Бәхеткә күрә, ауырлыҡтарҙы йырып сығыу өсөн быуаттар буйына һыналған тылсымлы бер ысул бар: ул да булһа, әлеге лә баяғы – көлкө те­рапияһы. Кәмселектәрҙе түңкәрерҙәй, кәйеф­тәрҙе күтәрерҙәй көлкөлө журнал “Һәнәк” ошо ысул­ды ҡуллана, һәм ул уҡыусылар күңеленә хуш килә: йөҙҙәргә йылмайыу ҡуна, өйҙәр шат­лыҡ­ҡа тула, быға йәмәғәт үҙе лә аптырап тора! “Һәнәк”тән киләсәктә лә айырылмаҫҡа кәрәк тигән план ҡора!
Ә журнал иһә киләсәктә лә әлегеләй ҡы­ҙыҡ­лы, әлегеләй уҡымлы, әлегеләй бай йөкмәткеле бу­лып сығасаҡ. 90 йәшен тултырған “Һәнәк” үҙе­нең асылына – йәмғиәтте йәмләү һәм күңел сафлығы өсөн алышҡа тоғро ҡаласаҡ. Эйе, үҙ туҡһаны туҡһан буласаҡ уның!
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ,
“Һәнәк” журналының баш мөхәррире.




Вернуться назад