Һорау-яуап18.09.2015
Һорау-яуап Йонсоттолар...

Бурысым коллекторҙарға тапшырылғандан һуң ысын мәғәнәһендә хәлем бөттө. Улар туҡтауһыҙ шылтырата, фатирға килеп йонсота. Ә мин уларҙы индермәйем. Коллекторҙарҙың кешене шул тиклем ыҙалатыуға хоҡуғы бармы?

Нәлиә.
Өфө районы.

Барыһы ла коллекторҙарҙың һеҙҙең менән ҡасан бәйләнешкә инеүенә бәйле. Улар бурыслыларға эш көндәрендә — киске 10-дан иртәнге 8-гә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә киске 8-ҙән иртәнге 10-ғаса шылтыратырға йәки СМС-хәбәр ебәрергә тейеш түгел. Улар осрашыу, телефондан бәйләнешкә инеү, почта, телеграф һәм башҡа ысулдар аша ғына бурысты ҡайтарыуҙы талап итә ала. Башҡа юлдар һеҙҙең яҙма рөхсәтегеҙҙән тыш атҡарылмай. Кредит биреүсе лә, коллектор ҙа аҡсаны бурысҡа алған кешегә ниндәйҙер зыян эшләй алмай (“Ҡулланыусылар кредиты тураһында”ғы Федераль закондың 15-се статьяһы).
Коллекторҙарҙың фатирға рөхсәтһеҙ килеш инергә хоҡуғы юҡ. Әгәр улар ныҡыша икән, полиция саҡыртығыҙ.


Һорау-яуапӘгәр дауаламай икән...

Поликлиникалағы терапевт, яҡшылап дауаламаһа ла, көҙгөгә ҡасан һуңғы тапҡыр ҡарағаным, ни өсөн түләүле медицина хеҙмәтенә аҡсам юҡлығы хаҡында һорарға белә. Ә үҙе, исмаһам, аныҡ диагноз ҡуйһа ине.

Мәҙинә.
Өфө ҡалаһы.

Һәр табип өсөн поликлиниканың етәкселеге яуап бирә. Шуға уның баш табибына мөрәжәғәт итегеҙ. Ялыуҙы ике дана яҙырға кәрәк. Ләкин уны хис-тойғоларға бәйләп түгел, дәлилдәр менән яҙыу отошло. Бер дананы поликлиниканың етәкселегенә бирегеҙ, ҡабул итеү тураһындағы яҙыу һәм ваҡыты күрһәтелгәне үҙегеҙҙә ҡалһын.
Ялыуҙың бер күсермәһен урындағы һаулыҡ һаҡлау идаралығына ебәрергә мөмкин. Ошо уҡ ялыуҙа күсермәнең ҡайҙа ебәрелгәнлеге хаҡында яҙырға кәрәк. Шулай итһәгеҙ, һөҙөмтәлерәк булыр. Әгәр бер ай үткәс тә (һәр мөрәжәғәтте ҡарау өсөн шунса ваҡыт бирелә), хеҙмәтләндереүҙә бер ниндәй ҙә һөҙөмтәләр күренмәһә, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау идаралығына һәм “Росздравнадзор”ға ебәрегеҙ. Ләкин ошо мөрәжәғәт­тәрҙе ебәргәнлегегеҙ хаҡындағы документтарҙы һаҡлағыҙ. Бынан тыш, үрҙә әйтелгән бар ойошма­ларҙың да сайты бар. Электрон форма аша ризаһыҙ­лығығыҙҙы белдерегеҙ. Өҫтәүенә “Рәсәй Феде­рация­һында граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Закондың 19-сы, 21-се статьяларына ярашлы табибығыҙҙы башҡа белгескә алмаштырыуға хоҡуғығыҙ бар икәнлеген онотмағыҙ.



Һорау-яуапТөшкө ялға һәр кем хаҡлы

Төшкө аш ваҡытын яр­ты сәғәткә ҡыҫҡарт­ты­лар. Һөҙөмтәлә тамаҡ туйҙырып, ял итеп өлгөрмәйбеҙ. Өҫтәүенә предприя­тиеның ашханаһы юҡ, шуға күршеләге кафеға йөрөргә ту­ра килә. Ә бына әхи­рә­темә төшкө ашҡа бөтөнләй туҡтарға ярамай. Шулай итеп, ял итмәй һигеҙ сәғәт тир түгергә мәжбүр. Ул да, мин дә биш көн буйы һигеҙәр сәғәт эшләйбеҙ.

Луиза.
Иглин районы.

Әгәр эш биреүсе ойошмағыҙҙың эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләрендә үҙенең күрһәтмәһен нығытҡан икән, төшкө аш ваҡытының ҡыҫҡартылыуы законлы. Әммә барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең дә төшкө ялға хоҡуғы бар. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 108-се статьяһына ярашлы, ял итеү һәм туҡланыу өсөн тәнәфес ваҡыты 30 минуттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, тотош коллектив менән тәнәфес ваҡытын оҙайтыу үтенесен белдереп ғариза яҙығыҙ, үтенесегеҙҙе дәлилләгеҙ. Бәлки, етәксегеҙ һорауығыҙҙы кире ҡаҡмаҫ.
Ә бына әхирәтегеҙҙең етәксеһе закон талаптарын боҙа. Хатта эш көнөн ҡыҫҡартыу иҫәбенә лә төшкө ялдан баш тартырға ярамай.
Төшкөһөн тамаҡ ялғау — ялдың бер төрө. Был ваҡытта хеҙмәткәр хеҙмәт бурыстарынан азат ителә һәм уны бер кем дә төшкө ялһыҙ эшләтә алмай. Төшкө ашҡа туҡтау ваҡыты хеҙмәт договорында, эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләрендә яҙыла. Әгәр эш биреүсе был ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай икән, уны административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Шуға әхирәтегеҙгә башҡа хеҙмәттәштәре менән бергә үҙ хоҡуҡтарын дауларға кәрәк.



Һорау-яуапҮҙең хәстәрлек күр

Участкабыҙ, йортобоҙ һәм машинабыҙ бар, ләкин һалым түләү кәрәклеге тураһындағы ҡағыҙҙы алғаныбыҙ юҡ.

З. ЗИННӘТУЛЛИН.
Учалы ҡалаһы.

Хәҙер был хаҡта үҙегеҙ һалым органдарына хәбәр итергә тейешһегеҙ. Рәсәйҙең Һалым кодексына индерелгән һуңғы үҙгәрештәр быйыл 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде. Күсмә осор 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡаралған. Әгәр һеҙ ошо ваҡытҡа тиклем һалым органдарына һалым түләнмәгән объекттар хаҡында хәбәр итһәгеҙ, ғариза биргән көндән генә түләргә тура килер. Ә был ваҡытҡа тиклем бурысын ҡаплап өлгөрмәгәндәр үткән өс йыл өсөн түләргә тейеш буласаҡ. Өҫтәүенә түләнмәгән сумманың 20 проценты күләмендә штраф та ҡаралған.


Вернуться назад