Баш ҡалаға машинала килгәйнем, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаһам да, туҡтатып йонсоттолар. Был дөрөҫмө?Б. Хажин.
Әбйәлил районы.
Әгәр һеҙ әйткән һүҙҙәр хаҡ икән, был Рәсәй Эске эштәр министрлығының 2009 йылдың 2 мартында ҡул ҡуйылған 185-се фарманы талаптары боҙола, тигән һүҙ. Уға ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағанһығыҙ икән, документтарығыҙҙы һорарға тейеш түгелдәр. Быны тик юл-патруль хеҙмәте постарында ғына эшләй алалар. Бынан тыш, водителдәргә түбәндәгеләрҙе белеү кәрәк.
*Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуығыҙ тураһындағы дәғүәне ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре генә белдереү хоҡуғына эйә. Ә полицияның башҡа хеҙмәттәре махсус операция ваҡытында ғына водителдәрҙең документтарын талап итә ала (Рәсәй Эске эштәр министрлығының 2009 йылдың 2 мартындағы 185-се фарманы).
*Әгәр инспектор һеҙҙе туҡтатһа, машинанан сығыу мотлаҡ түгел. Ә бына юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы унан хеҙмәт танытмаһын күрһәтеүен һорай алаһығыҙ.
*Инспекторҙан ғәйебегеҙҙе дәлилләүен талап итегеҙ. Ғәйепһеҙҙәр аҡланмай, шуға үҙегеҙҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмауығыҙ хаҡында һөйләмәгеҙ (Рәсәй Конституцияһының 49-сы статьяһы, Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 1.5-се статьяһы).
*Бер ниндәй ҙә аңлатмалар, күрһәтмәләр бирмәгеҙ (Рәсәй Конституцияһының 51-се статьяһы). Протоколда: “Килешмәйем, адвокат ярҙамы талап ителә”, — тип яҙығыҙ.
*Һәр пассажир, мәҫәлән, хеҙмәттәшегеҙ, ҡатынығыҙ йә ирегеҙ шаһит. Шуға уларҙың исем-шәрифен протоколға яҙырға тейештәр.
*Протокол төҙөлгән ваҡыттан алып адвокатҡа хоҡуғығыҙ бар (Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 25.5-се статьяһы).
*Протоколдың күсермәһен талап итегеҙ (Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 28.2-се статьяһы).
*Спиртлы эсемлектәр ҡулланғанһығыҙ тип ғәйепләһәләр, медицина тикшереүе үткәреүҙе һорай алаһығыҙ.
*Суд ҡына машинаға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итә ала (Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 3.8-се статьяһы).
*Номерҙы алырға тейеш түгелдәр (Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.19-сы, 12-36-сы статьялары).
*Гараждарҙы ла суд ҡарарына ярашлы ғына алырға мөмкин.