Үтескә бир, ләкин һаҡ ҡылан18.09.2015
Үтескә бир,  ләкин һаҡ ҡыланТуғаныма 200 мең һумды бурысҡа биреп торғом килә. Уның аҡсаны кире ҡайтарырына ышанам. Әммә займ договоры хаҡында белешергә ине. Ул нисек төҙөлә икән?
Булат.
Нефтекама ҡалаһы.

Займ договоры яҙма рәүештә рәсми­ләш­терелә. Әгәр һүҙ аныҡ сумма тура­һын­да барһа, уны нотариус аша раҫ­латырға кәрәк. Залог формаһында берәй нәмәне, мәҫәлән, машинаны талап итергә мөмкин.
Договорҙа ҡул ҡуйған ике яҡ тура­һын­дағы мәғлүмәттәрҙе, займ суммаһын, уны ҡайтарыу ваҡытын, сумманың процентлы йәки процентһыҙ икәнлеген күрһәтегеҙ. Әгәр процентлы икән, 13 процентлыҡ һа­лым ҡайтармаһы тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк.
Аҡсаның бурысҡа бирелгәнлеге ха­ҡын­да яҙыу ҙа алырға мөмкин. Ҡултамғаны раҫлатыу тураһында нотариусҡа мөрә­жәғәт итеү мотлаҡ булмаһа ла, бәлки, кәрәктер. Был бигерәк тә туғанығыҙ бурысы барлығы хаҡында “онотҡан” осраҡта талап ителәсәк.
Нотариусҡа бармаған осраҡта шаһит­тар алдында договорға ҡул ҡуйыу һәм аҡса биреү ҡамасау булмаҫ. Документта бурыстың ваҡытынан алда ҡайтары­ла­сағы хаҡында күрһәтегеҙ. Әгәр аныҡ дата яҙылмаһа, туғанығыҙ аҡсаны һеҙҙең талабығыҙҙан һуң 30 көн эсендә бирергә бурыслы (Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 810-сы статьяһы).


Вернуться назад