Һорау-яуап18.09.2015
Һорау-яуапҺәр килешеүҙе юҡҡа сығарырға була

Элекке ирем үлер алдынан өйөн ҡыҙына бирҙе. Ә уға йорт үҙ сиратын­да ата-әсәһенән ҡалған ине. Бер туған ике ағаһы үҙ өлөшөн ҡус­ты­ларына бир­гәйне. Берәүһе йорт­та­ғы үҙ өлөшөн фай­ҙа­лан­майынса ва­фат булды. Хәҙер уның балалары ҡыҙымдан йорттоң дүрттән бер өлөшөн суд аша тартып алды. Бүләк итеү тураһындағы договорҙы юҡҡа сығарып буламы ни?

Зөләйха Нәби ҡыҙы.
Стәрлетамаҡ районы.

Әгәр ниндәйҙер нигеҙ бар икән, һәр килешеүҙе юҡҡа сығарырға мөмкин. Хаттан күренеүенсә, элекке ирегеҙгә өйҙөң дүрттән өс өлөшө генә тейешле. Ә ҡалған дүрттән бер өлөшөнә туғанының балалары хоҡуҡлы. Судта улар мираҫты ҡабул итеү дәлилен раҫлаған. Шуға балаларға үҙ өлөштәре кире ҡайтарылған. Шулай итеп, барыһы ла законға ярашлы.

Һорау-яуапКемдер — 45-тән,
кемдер — 55-тән

Кемдәр ваҡытынан алда хаҡлы ялға китә ала?

Дилә.
Баймаҡ районы.

Ҡануниәткә ярашлы, айырым граждандар пенсия йәшенә еткәнсе хаҡлы ялға китеү хоҡуғына эйә. Әйткәндәй, быйыл 1 ғинуарҙан “хеҙмәт пенсияһы” термины “ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы” тип билдәләнә башланы.

Шулай итеп, махсус стажға эйә булғандар — медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, хәүефле йәки зыянлы хеҙмәт шарттарында эшләгәндәр — ҡатындар — 55, ир­ҙәр 60 йәшкә тик­лем пенсияны ваҡытынан алдан ала башлай. Ошондай уҡ хоҡуҡтан Алыҫ Төньяҡ район­дарында эшләгәндәр, күп балалы әсә­ләр, инвалидтар, зәғиф бала тәрбиәләгәндәр һәм башҡалар файҙалана.
Үрҙә әйтелгән категория граждандары өсөн дә 2015 йылдан яңылыҡ бар. Хәҙер, кәрәкле стаждан тыш, бар хеҙмәт осоро буйына 30-ҙан кәм булмаған балл йыйырға кәрәк. Әлеге ва­ҡытта пенсия коэффициенты тип йыл һайын Пенсия фондына күсерелгән иғәнәләрҙе әйтәләр.

Документтар мотлаҡ кәрәкме?

Атай-әсәйем вафат булғас, улар­ҙан ҡалған ерҙе рәсмиләш­те­рергә булдым. Ләкин ауыл хакимиә­тендә бер ниндәй ҙә яҙыу юҡ. Ер участ­каһында йорт та һүтелгән, һарай ғына бар.
Лилиә.

Архангел районы.

Һеҙгә был мәсьәләне суд аша хәл итергә тура килер. Ләкин тәү сиратта бар төҙөлөш объектының техник планын әҙерләргә, уны кадастр иҫәбенә ҡуйырға, мираҫ булараҡ милексе икәнлегегеҙҙе танытырға һәм шунан һуң ғына ер биләмәһе мәсьәләһен хәл итергә мөмкин (Рәсәй Ер кодексының 39.20-се статьяһы).


Вернуться назад