Рәсәйҙең енәйәт кодексынан өҙөмтә18.09.2015
198-се статья. Һалым һәм (йәки) йыйым түләүҙән ҡасыу

1. Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәтенә ярашлы мотлаҡ бирелергә тейешле һалым декларацияһын йәки башҡа документтарҙы тапшырмау йә иһә был декларацияға һәм документтарға күрәләтә ялған мәғлүмәт индереү юлы менән һалым һәм (йәки) йыйым түләүҙән (ҙур күләмдә) ҡасҡан өсөн йөҙ меңдән өс йөҙ мең һумға тиклем йәки хөкөм ителгән кешенең бер йылдан ике йылға тиклемге эш хаҡы йә иһә бүтән килеме күләмендә штраф һалына, йә булмаһа бер йылға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү, алты айға тиклем ҡулға алыу, бер йылға тиклем иректе сикләү ҡарала.
2. Айырыуса ҙур күләмдә ҡылынған ошондай уҡ енәйәт өсөн ике йөҙ меңдән биш йөҙ мең һумға тиклем йәки хөкөм ителгән кешенең ун һигеҙ айҙан өс йылға тиклемге эш хаҡы йә иһә бүтән килеме күләмендә штраф һалына, йә булмаһа өс йылға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү йәки ошондай уҡ ваҡытҡа иректе сикләү ҡарала.

Иҫкәрмәләр.
1. Әгәр түләнмәгән һалым һәм (йәки) йыйым тейешленең 10 процентынан ашһа йәки бер миллион һигеҙ йөҙ мең һумдан күберәк булһа, рәттән өс финанс йылында алты йөҙ мең һумдан ашыу тәшкил иткән һалым һәм (йәки) йыйым өлөшө – ҙур күләм, әгәр түләнмәгән һалым һәм (йәки) йыйым түләнергә тейешленең 20 процентынан ашһа йәки туғыҙ миллион һумдан күберәк булһа, рәттән өс финанс йылында өс миллион һумдан ашыу тәшкил иткән һалым һәм (йәки) йыйым өлөшө айырыуса ҙур күләм тип таныла.

2. Ошо статьяла ҡаралған енәйәтте тәүге тапҡыр ҡылған кеше, недоимканы һәм тейешле пеняларҙы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына ярашлы билдәләнгән күләмдәге штрафты тулыһынса түләгән осраҡта, енәйәт яуаплылығынан азат ителә.


Вернуться назад