Ҡояшлы ял көндәренә йомарт йәйҙән һуң килгәнгәме, көҙ миҙгелен халыҡ бик үк һағынып көтөп алмай. Йылы көндәр кәмей, етди хеҙмәт, яңы уҡыу йылы башлана, һауа торошо ла моңһоулана төшә, һәм был күренештәр кешеләрҙең күңел, тән торошонда ла сағылмай ҡалмай. Йәғни, “Һаумы, көҙгө депрессия!”Кәйефтең тиҙ алмашыныуы, юҡ-барға эс бошоу, илап барыусанлыҡ, дуҫтар, яҡындар менән аралашыуҙан ҡасыу, хатта яратҡан шөғөлөңә ҡарата битарафлыҡ тойғоһо, йоҡоһоҙлоҡ кеүек сифаттар кешенең көҙгө төшөнкөлөккә дусар булыуын билдәләй. Әҙәм балаһының үҙен уратып алған тәбиғәт менән тулы гармонияла йәшәргә тейешлеген күҙ уңында тотоп, ике миҙгел алмашынғанда ағастарҙың һарғайыуы, япраҡтар ҡойолоуы, көндәрҙең яуым-төшөмлөгә әйләнеүе уға ауыр тәьҫир итеүе хаҡында әйтеп була.
Алтын көҙ етеүе, ғәҙәттә, яңы уҡыу йылы, хеҙмәт һәм ял режимының үҙгәреүе, йәйге ялдан килгәндәрҙең яуаплы эшкә сумыуы, етди талаптар мәле һәм, әлбиттә, мул уңыш йыйыу менән ҡылыҡһырлана. Шулай уҡ был миҙгел йылдың ипләп кенә аҙағына яҡынлашыуын да иҫкәртә. Кешеләр ҙә үҙгәрештәрҙе күңеле аша үткәреп, көҙҙө һағайып ҡаршы ала: үтелгән тормош юлын байҡай, һығымталар яһай һәм йыш ҡына: “Ғүмер үтеп бара, ә мин әле бер ни ҙә эшләп өлгөрмәгәнмен”, – тип бошона. Белгестәр был “миҙгел сире”нән түбәндәге ҡотолоу юлдарын тәҡдим итә.
Беренсенән, туҡланыу рационына ҙур иғтибар бүлегеҙ. Аҡһымға бай аҙыҡҡа: тауыҡ итенә, балыҡҡа, ныҡ майлы булмаған һөт ризыҡтарына, бөртөклөләргә, йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирегеҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, сөнки ул етерлек кимәлдә булмаһа, кеше үҙен һүлпән тоя, төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал.
Икенсенән, көн ямғырлы, моңһоу булһа ла, саф һауала күберәк йөрөргә тырышығыҙ. Әгәр тышҡа сығыу бик тә мәшәҡәтле икән, өйҙә физик күнекмәләр яһағыҙ, бейегеҙ, төрлө уйындар менән мауығығыҙ.
Үҙегеҙгә ҡыҙыҡлы шөғөл табығыҙ. Кроссворд сисеү, китап уҡыу, сәйәхәт итеү, телдәр өйрәнеү, кино, театр сәнғәте менән мауығыу һеҙҙе көҙгө төшөнкөлөктән аралар.
Айына бер нисә тапҡыр туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға шылтыратып ихлас һөйләшеп алыуҙы ҡағиҙә итеп алығыҙ. Уларҙың хәл-әхүәлен белешеү, яңылыҡтар менән бүлешеү, яҡты хәтирәләргә бирелеү ҙә көҙ мәлендәге һүлпәнлектә ҙур ярҙам булыр.
Шулай итеп, көҙгөһөн була торған күңел төшөнкөлөгө һәр кемдә тиерлек сағылған, әммә ваҡытлыса күренеш. Йылдың алтын осоро тип нарыҡланған миҙгелде лайыҡлы, файҙалы үткәрергә тырышығыҙ. Кәйефегеҙҙе һары япраҡтар, ҡыҙыл тәлгәштәр, әбейҙәр сыуағының йәме менән биҙәп, һәр яңы көндө ҙур бүләк тип ҡабул итегеҙ, моңаймай, дәртләнеп йәшәгеҙ, дуҫтар!