Йылы һүҙҙәре лә шифа бирә16.09.2015
Йылы һүҙҙәре лә шифа бирә Әҙәм балаһы эш урынында ниндәй генә яҡшы белгес, үҙ һөнәрен энәһенән-ебенә тиклем өйрәнгән хеҙмәткәр булмаһын, эргәһендәге хеҙмәттәштәренә һәм башҡаларға ыңғай мөнәсәбәте самалы икән, уңышҡа өлгәшеүе икеле.

Ҡаланың 1-се дауаханаһында шәф­ҡәт туташы бурысын атҡарған Гөлнур Маннанованы, мәҫәлән, хеҙмәттәш­тәре лә, пациенттары ла ярата, хөрмәт итә. Кеше күңелен юл таба белә ул: үҙ эшен яҡшы белә, йөрәк йылыһын йәлләмәй, һис кемде ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Их, ҡайһы бер табиптар Гөлнур Әнүәр ҡыҙынан үрнәк алһын ине! Шул саҡта, бәлки, кеше дарыуҙан түгел, уларҙың шәфҡәтлелегенән, йылы һүҙҙәренән дә аяҡҡа баҫыр ине.
— Өфөлә медицина училищеһын тамамлағандан алып ошо дауаханала хеҙмәт итәм. 18 йыл реанимацияла эшләнем, төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылғас, бында күстем, — ти шәфҡәт туташы.
Әлбиттә, ситтән ҡарағанда ике тиҫтә йыл ғүмерҙе дауаханала үткәреү ғәҙәти кеүек, ә реанимация бүлегендә хеҙмәт итеүгә килгәндә...
— Юл фажиғәләрендә яраланғандарҙы күп килтерә торғайнылар. Араларында — йәш кенә егет-ҡыҙҙар, — тип иҫкә ала Гөлнур Әнүәр ҡыҙы. — Шул егет-ҡыҙҙарҙың ҡулда йән биргән осраҡтары ла була ине, уларҙы йәлләп күҙ йәше лә аҙ түгелмәне. Хатта күңелдәге ауыр хистәрҙе баҫыр өсөн эштән китергә лә уйлаған саҡтар булғыланы.
Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге пациенттары ла ябай түгел: инфаркт-инсульт ҡорбандары. Беҙ уларҙы яңы технологиялар ярҙамында (атап әйткәндә, бысаҡ аҫтына һалмайынса тиерлек) дауалайбыҙ, бүлектә шәфҡәт туташы-анестизист булып эшләйем. Үкенескә ҡаршы, бындағы пациенттар ҙа йылдан-йыл “йәшәрә” – 40 йәшлек кенә кешеләр инфаркт менән килә. Мөмкинлектәр күбәйҙе, ә һаулығыбыҙға битарафлыҡ, киреһенсә, арта. Тормош та еңел түгел бит, эскелек, эшһеҙлек... Был күренештәр киләсәктә булмаһын ине лә бит…
Гөлнур Әнүәр ҡыҙы дауаханала кешелектең ғүмере өсөн көрәшеүгә тос өлөш индерһә, тормошта милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртып йәшәй. Ире Альберт менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Был да, һис шикһеҙ, ҙур хөрмәткә лайыҡ бит.


Вернуться назад