Ваҡытында “ауыҙлыҡлау” зарур16.09.2015
Ваҡытында “ауыҙлыҡлау” зарур Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош шулай ҡоролған: ниңәлер, дәрте ташып торғандар, ил яҙмышы, ғаилә һәм эш тип янғандарҙың байтағы яҡты донъянан иртәрәк китә. Күрәһең, уларҙың үҙ өҫтөнә алған ҙур яуаплылығы көс-ҡеүәттәрен, һаулығын бөтөрәлер. Икенсенән, йәшәү рәүеше, тормошо менән ҡәнәғәт булмағандар ҙа оҙаҡ йәшәмәй. Уларҙың организмын кире тойғо, ризаһыҙлыҡ юҡҡа сығаралыр. Нигеҙҙә, тап ошо ике төркөмгә ҡараған кешеләрҙе сирҙәр һағалай.
Миҫал өсөн һөт биҙҙәре яман ше­шен алайыҡ. Йыл һайын илебеҙҙә 50 меңдән ашыу ошондай осраҡ теркәлә. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ауырыу­ҙар­ҙың 400 самаһы Өфөгә тура килә. Өҫтәүенә сирләгәндәрҙең йәше лә йә­шәргәндән-йәшәрә. Хәҙер араларында хатта 30 йәш тирәһендәге ҡа­тындар бар. Нигеҙҙә, рактан йон­со­ғандарҙың күпселеге — 40 – 60 йәшлектәр. Сир­ҙең был төрө 1985 йылда Рәсәйҙә яман шеш ауырыуҙары араһында “беренселек”те яулаған. Һуңғы йылда ул тағы 35 процентҡа артҡан. Ә үлеү осраҡтарының кәмеү сәбәбен белгес­тәр иртә диагноз ҡуйыуҙа күрә. Әйткәндәй, тап бына шуның өсөн республикабыҙҙа ла поликлиникалар эргәһендә махсуслашҡан үҙәктәр ойошторолғайны.
Һөт биҙҙәре – ҡатын-ҡыҙ орга­низмын­дағы гормондарға бәйле иң төп ағза. Уға ҡояш радиацияһы ла, йәшәү рәүеше лә, хатта күңел торошо ла йоғонто яһай. Шуға артыҡ көйәлән­мәҫкә тырышыу зарур. Бынан тыш, сабыйҙың 10-12 айына тиклем әсә һөтө менән туҡланыуы мөһим. Тәмәкенән һәм спиртлы эсемлек­тәрҙән йыраҡ тороу ҙа яман шештән һаҡлай.
Ваҡытында “ауыҙлыҡлау” зарурБаш ҡалабыҙҙағы 32-се, 43-сө, 48-се һәм 50-се поликлиникалар эргә­һен­дә дүрт онкология үҙәге ойошторолған.
– Сирҙе башланғыс осоронда асыҡ­лау уның аҙып китеүенә юл ҡуймай. Поликлиникабыҙҙағы үҙәккә килгәндә, 180 мең кеше беҙгә ҡарай. Уларҙың сәләмәтлеген даими хәстәрләйбеҙ, – ти 50-се поликлиниканың баш табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Шамил Ғәлиуллин. — Һуңғы йылдарҙа учреждение күҙгә күренеп үҙгәрҙе: яңы ҡорамалдар байтаҡ сирҙе дауалау мөмкинлеген бирә. Бында барлығы 50-гә яҡын табип эшләй.
– Өлкән йәштәгеләрҙең, шул иҫәп­тән ветерандарҙың, сәләмәтлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре атлап йөрөй алмай, шунлыҡтан өйҙәренә барып һаулыҡ торошон тикшерәбеҙ, – ти беренсе терапия бүлексәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Наилә Халиҡова.
Баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары Ринат Әмировтың әй­теүен­сә, диспансерлаштырыу һөҙөмтәһендә әллә күпме сир алдан иҫкәртелә, хәүеф төркөмдәре билдәләнә.
– Маммографияны ваҡытында эш­ләү кәрәк. Уның һөҙөмтәләренә ҡарап диагноз ҡуйыла. Йәш саҡтан сәлә­мәт­леккә һаҡсыл булырға, даими тикше­ре­лергә кәрәк, – ти медицина иҫ­кәр­теүе бүлексәһе етәксеһе Валентина Крикунова. Баш шәфҡәт туташы Әлиә Солтанова әйтеүенсә, бында барлығы 61 шәфҡәт туташы эшләй.
Поликлиникала терапевт, гинеколог, отоларинголог һәм башҡа белгес­тәр ҙә ҡабул итә. Табиптарға “Элек­трон регистратура” һәм полик­линиканың регистратураһы аша алдан яҙылырға мөмкин.


Вернуться назад