Йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан “Әй” шифаханаһы беҙҙе мөһабәт ҡарағайҙары менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Эйе, был йөҙйәшәр ағастар, кемдәрҙе генә дауаламаған да кемдәрҙең генә күңел серҙәрен бүлешмәгән.Беҙгә, республикабыҙ төбәктәренән йыйылған 60 мәғариф хеҙмәткәренә, ошо шифаханала һаулыҡты нығытып ҡайтыу бәхете тейҙе. Төрлө тарафтан йыйылған коллегаларым, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, уҡытыусы-пенсионерҙар, бер-береһе менән ихлас аралашып, эш тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.
Шифахана директоры Андрей Мошков, учреждение коллективы дауаланыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға бар көсөн һалған. Итәғәтле йылмайып иҫәнләшеп, сәләмәтлегебеҙ менән ҡыҙыҡһынып торған Андрей Владимировичҡа айырыуса рәхмәтлебеҙ. Юбилярҙарҙы тыуған көнө менән ҡотлап, сәскә шәлкеме бүләк итергә лә өлгөрә тынғыһыҙ етәксе. Санаторийҙың директоры булып 2010 йылдан ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, коллективта ҙур абруй ҡаҙанған. “Теләк һәм тәҡдимдәр“ кенәгәһендә лә шифахана хеҙмәткәрҙәренә, директорға төбәп яҙылған йылы һүҙҙәрҙе уҡып һөйөнәһең. 2011 йылда үҙгәртеп ҡоролған бина бер юлы 150 кешене ҡабул итә.
Бында шифалы үлән сәйҙәре, кислородлы коктейлдәр эсеп тә кинәндек. Тын юлдары ингаляцияһы, төрлө душ-ванналар ҡабул итеү, диетик туҡланыу, һауыҡтырыу гимнастикалары, “Ҡурғаҙаҡ” минераль һыуҙары, Свердловск өлкәһе Шита күленән килтерелгән шифалы батҡаҡтан компресс-аппликациялар, парафин, электр, магнит, яҡтылыҡ, ультра дауалауҙар, тоҙ шахтаһы, массаждар – барыһы ла сәләмәтлегебеҙҙе нығытыуға булышлыҡ итте. Иртәле-кисле озонға бай саф һауала йөрөү сырхауҙарҙы онотторҙо.
Яҡты йөҙлө, йылы һүҙле шәфҡәт туташтары Светлана Корзникова, Эльвира Иҡсанова, Лилиә Йосопова эш сәғәттәре менән иҫәпләшеп тормай. Массажсы Эльмир Заһретдиновтың тылсымлы ҡулдарына һоҡланмау мөмкин түгел. Мауыҡтырғыс кисәләр, сәйәхәттәр ойошторған Оксана Фиданис ҡыҙының моңло йырҙарын да мәңге онотмаҫбыҙ. Вознесенка ҡасабаһында Сергей Сиротаның шәхси таштар күргәҙмәһенән, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың музейынан алған тәьҫораттар күңелебеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр.
“Әй” шифаханаһының өлкән шәфҡәт туташын һәр кем танып тора. Был һары сәсле, зәңгәр күҙле мөләйем ҡыҙ үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙе иғтибар менән тыңлай, кәңәштәрен бирә, дауалау процедуралары үҙенсәлектәре менән дә таныштырып өлгөрә. Эйе, Светлананың кешелеклелеге йөҙөнә сыҡҡан. Өлкәндәр уға, үҙ ҡыҙындай күреп, тартынмайынса ярҙам һорап килә. Дөрөҫлөктө яратыуы, тура һүҙле булыуы өсөн дә хөрмәтләйҙәр Светлананы. Өлкән шәфҡәт туташының ауыр хеҙмәте уны ҡурҡытмай. Үҙенә таяныс булырҙай ике ул үҫтерә. Олоһо — Мәсәғүт педколледжында, бәләкәйе V класта уҡый. Яратҡан һөнәренән ҡот табып, дауаланыусыларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, яҡты маҡсаттар менән йәшәй Светлана Ивановна.
Башҡортостаныбыҙҙың лайыҡлы ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләүгә көс-дәрткә, яңы башланғыстар идеяһына байығып ҡайттыҡ беҙ “Әй”ҙән!