Иң татлыһы – һарымһаҡ16.09.2015
Иң татлыһы – һарымһаҡ Аҙыҡтың, матдәләрҙең татлылығы SES берәмеге менән үлсәнә, уның иң түбән кимәле итеп сахароза алына. Кешенең тәм һиҙеү рецепторҙарын “ҡыуандырған” аҙыҡтар исемлеге ғәжәпләнерлек. Аш-һыу өлкәһендә “Йәшелсә ни тиклем татлыраҡ, ул шул ҡәҙәре файҙалыраҡ” тигән фекер йәшәй, шулай ҙа емештең һыуһыллығы уның кеше өсөн кәрәкле матдәләргә бай булыуын күрһәтә.
Донъялағы иң татлы емеш – финик, ун­да­ғы шәкәр 50-нән 80 процентҡаса барып етә. Аҙыҡтың юғары дауалау, тәм сифаттары борондан билдәле. Финик, ныҡ шәрбәтле булыуына ҡарамаҫтан, аҙ калориялы һанала, ҡайһы саҡта махсус диеталарҙың нигеҙе ролен үтәй. Емештә аминокислоталар, В һәм Р төркөмө витаминдары күп.
Ҡабаҡ та татлылар рәтендә, ундағы шә­кәр – 32 процент. Был йәшелсә төрө С, В витаминдарына бай. Ул мускулдарға ыңғай тәьҫир итә, һимереүгә юл ҡуймай. Йәшел­сәнең иң шәрбәтле төрҙәре Азияла үҫһә лә, беҙҙең яҡтағылар ҙа әллә ни ҡалышмай. Мәҫәлән, мөшкәт, цукат, мәрмәр ҡабаҡта шәкәр 12 проценттан да артып китә.
Шулай ҙа иң татлыһы – шәкәр һарым­һа­ғы. Унда 27 процентҡа тиклем полисахарид, шул иҫәптән глюкоза, сахароза, инулин һәм фруктоза бар. Әсе тәм һәм үҙенсәлекле еҫ өҫтәгән эфирлы майы булмаһа, һарымһаҡ балдан да татлы аҙыҡ тип танылыр ине. Көс­лө тәбиғи антибиотик һаналған был үҫемлек һалҡын тейеүҙән дауалай, яраларҙы зарар­һыҙ­ландыра, йөрәк мускулдарын нығыта.


Вернуться назад