Аҡыллыға ым да етә16.09.2015
Тәмәкенән ваз кисеү өсөн уның зарарын белеү генә етмәй. Йәштәр уны ғәҙәт тип кенә уйлап, башҡаларҙан күреп, көйрәтергә өйрәнә. Ғәҙәт кенә булһа, унан теләгәндә ҡотолоп та булыр кеүек. Әммә кеше төтөнгә сумып йәшәүгә дусар булыуын һиҙмәй ҡала. Тәмәке тартыу – наркоманияға һәм алкоголизмға яҡын торған сир ул. Психик ауырыуҙар исемлегенә инә. Унан кеше үҙ көсө менән ҡотола алмаһа, наркологтар дауалай. Медиктар тәмәке тартыуҙан ваз кисергә теләгән һәр кемгә мәрхәмәтлек күрһәтә ала.

Бөгөн тәмәке тартыуҙы сикләгән яңы ҡанунға нигеҙләнеп, күп урындарҙа сир­ҙән дауаланыу мөмкинлектәрен арттыр­ҙылар һәм был эшкә наркологтарҙан тыш башҡа табиптар ҙа йәлеп ителә. Шуныһы яҡшы: ыңғай һөҙөмтә бар. Күп урын­дарҙа тәмәке еҫе кәмене. Көйрәтеүселәр ҙә кеше күҙенән ҡасыбыраҡ, ситкә ки­теберәк, үҙҙәрен ғәйепле тойоп, сигарет быҫҡыта. Аҡылға ултырған, өлгөрөп еткән кеше тәмәкегә үрелеп тә ҡарамай ул. Ә йәш саҡта яман ғәҙәткә өйрәнгәндәр аҡыл кергәс тә унан ҡотола алмай аптырай. Шуға күрә был ҡылығын, төрлө һылтау табып, аҡларға тырыша. Эскеселәр ҙә бит үҙҙәренең яман ғәҙәтен аҡлаған сәбәптәрҙе табып ҡына тора. Тәмәке­се­нең дә көн һайын “Иртәгә тартыуҙы ташлайым” тип мең мәртәбә вәғәҙә биреүе бар.
Өлкәндәргә тәмәкенең зарары тура­һында һөйләү күп осраҡта ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Ундайҙарға, һис шикһеҙ, медицина ярҙамы кәрәк.
Евразия кешеләре тәмәке тартырға Америка индеецтарынан өйрәнгән. Ҡәби­лә халҡын күпләп үлтереп, уларҙан тәмә­ке тартырға өйрәнеп ҡайтҡан евро­па­лыларҙы затлы ҡәүем булған тип әйтергә телем әйләнмәй. Ошо “һөнәр”ҙе үҙләштергән ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың ҡылығынан сәсем үрә тора. Матурлығын ғына түгел, ә һаулығын да тәләфләгән йәштәр нисек сәләмәт нәҫел үҫтер­һен?!
Балаларға ла, үҫмерҙәргә лә нико­тин­дың зарары, сәләмәтлекте ҡаҡшатыуы, ҡиәфәтте йәмһеҙләүе, йөҙҙө ҡартайтыуы тураһында туҡтауһыҙ әйтеп тороу кәрәк. Тора-бара аҡыл да керер, әммә тәмәкегә бер үрелгән кешенең тиҫкәре күренештән ҡотолорға ихтыяр көсө етмәүе ихтимал. Ҙур “стажлы” тәмәкесенең үҙ балала­рының тартмауын теләүе бик тәбиғи.
Ил кимәлендә дауалауҙы ойоштороу ауыр. Хатта был маҡсатта ҡулланылған дарыуҙар исемлеге раҫланмаған. Тейешле дәрәжәлә әҙерләнгән белгестәр ҙә юҡ.
Үҫмерҙәр өсөн бер нисә кәңәш биреп үтке килә.
*Төтөн борхоторға өйрәнеп алған үҫмер йәштәштәрен дә ошоға ылыҡ­тырырға ынтыла.
*Тәмәке тартыу кеҫәне лә “йоҡарта”, өҫтәүенә ғүмер буйына был ғәҙәттән арына алмай йонсоуың да бар.
*Табиптан ярҙам һорарға тартынма. Йәш саҡта насар ғәҙәттән арыныу еңе­лерәк бирелә.
*Уйлап ҡара, һинең сәләмәтлегеңде бөтөрөү кемдәргәлер табыш килтерә, тәмәке ошо ағыулы үҫемлекте үҫтереү­селәр, ҡапҡа һалып һатыусылар һәм башҡа бик күптәр өсөн — байлыҡ сығанағы.
*Тәмәкене тартыу өсөн түгел, ә тарт­ҡан өсөн һаталар. Әгәр сауҙа итеү дәүләт күҙәтеүенә ҡуйылмаһа, унан һәләк булыу­сылар, ауырыуға һабышыусылар тағы да күберәк булыр, ә уны һатыуҙан ингән табыш халыҡ файҙаһына ҡулланылмаҫ та ине.


Вернуться назад