2015 йыл, 15 сентябрь № 127/7-5
Өфө
50-се Туймазы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләрен билдәләү тураһындаҺайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 20-се статьяһындағы 9-сы өлөшкә, 100-сө статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, 50-се Туймазы һайлау округы буйынса округ һайлау комиссияһының 50-се Туймазы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләре тураһындағы 1-се протоколы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
50-се Туймазы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп Бигнов Рәмил Имамәғзәм улы һайланды, тип билдәләргә.
Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау
комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау
комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.