Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары16.09.2015
2015 йыл, 15 сентябрь № 127/4-5

Өфө

15-се Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләрен билдәләү тураһында

Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 20-се статьяһындағы 9-сы өлөшкә, 100-сө статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, 15-се Күмертау һайлау округы буйынса округ һайлау комиссияһының 15-се Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләре тураһындағы 1-се протоколы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
15-се Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп Ғайсин Хәйҙәр Миңшәриф улы һайланды, тип билдәләргә.
Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау
комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау
комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.




Вернуться назад