Төбәктең ҡеүәтен баһалап16.09.2015
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Пакистан Ислам Республикаһы делегацияһы менән осрашыу үтте.
Пакистандың эшлекле даирәләре вәкилдәрен туплаған ҙур төркөм ике арала иҡтисади бәйләнеш булдырыу өсөн килгән. Делегация ағзалары шулай уҡ Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүгә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә.
Ислам Республикаһының Рәсәйҙәге Илсеһе Заһир Аслан Джанджуа әйтеүенсә, ул Өфөләге ШОС һәм БРИКС илдәре башлыҡтары саммитына әҙерлек барышында Башҡортостанға өс тапҡыр килгән һәм республиканың халыҡ-ара сауҙа, инвестиция хеҙмәттәшлеге өлкәһендәге мөмкинлектәрен үҙ күҙҙәре менән күреп баһалаған. Яҡтар ошо арала Башҡортостан менән Пакистан араһында бәйләнештәрҙе яйға һалыу йәһәтенән эште дауам итергә килеште.