Һәр йәһәттән файҙалы16.09.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигының беренсе урынбаҫары генерал-полковник Николай Богдановский менән осрашты.

Сарала Башҡортостанда “Үҙәк-2015” стратегик уҡыуҙарын үткәреү барышы тикшерелде. Әйткәндәй, был сара Үҙәк хәрби округта 7 сентябрҙә башланғайны.
— Бер аҙна инде ныҡышмалы һәм көсөргәнешле эш алып барыла. Минеңсә, бындай уҡыуҙар һәр йәһәттән файҙалы, — тине республика Башлығы. — Халыҡ алдына ҡуйылған бурыстарҙың әһәмиәтен тулыһынса аңлай. Бөтөн йүнәлештәр буйынса ентекле эш алып бара. Уҡыуҙарҙың төп бурысы — тәртип һәм яуаплылыҡ— тулыһынса үтәлә. Һөҙөмтәләр ыңғай булыр тип ышанам.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, аҙаҡ уҡыу­ҙарға ентекле анализ яһаласаҡ, көслө һәм һүлпән яҡтар асыҡланасаҡ.




Вернуться назад