Халыҡҡа отошло түгел16.09.2015
Билдәле булыуынса, Таможня союзының регламенттарына ярашлы, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡта һуйыу тыйыла. Уны район буйынса билдәләнгән махсус урынға алып барырға тейешһең. Был алым ауыл халҡының табышын арттырҙы тип әйтеп булмай. Ни өсөн, тиһегеҙме?


Бындай юл ҡатмарлы һәм күп сығым талап итә. Шулай булғас, кем махсус урынға барып йөрөһөн?! Әйтәйек, яңы уҡыу йылы алдынан ата-әсәнең күпселеге балаһын мәктәпкә әҙерләү өсөн малдарын тотондо. Шәхси ихаталарҙан ит алырға сит халыҡ вәкилдәре ағылып килде. Бер ниндәй белешмәһеҙ (хәйер, ҡулдан расписка яҙҙыралар) хаҡын билдәләйҙәр ҙә, риза булһаң, шунда уҡ үҙҙәре һуйып алалар. Был юл ауыл кешеһе өсөн уңайлы, шуға күрә улар малын осһоҙ хаҡҡа булһа ла тапшырыу яғында.
Бер урында әйтеүҙәренсә, күптән түгел Татарстандан килеп Ҡорбан байрамына ҡуй эҙләгәндәр. Ауыл­дыҡылар хатта “Ситтән килмәйҙәрме икән?” тип үҙҙәре үк һорашып йөрөй. Сираттағы командировкала бул­ғанымда, Баймаҡ районындағы бер инәй: “Ҡыҙым, башмаҡтарҙы татарҙарға тапшырырға ине, уларға хәбәр итә алмайһығыҙмы?” – тип аптырашта ҡалдырҙы.
Яңыраҡ бер ағай үҙ хәлен һөйләгәйне. Тап ошо хәл ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте лә инде. Сабир ағай, үрҙә әйтелгән ҡарар сыҡҡас, ике йыллыҡ көр башмағын махсус мал һуйыу урынына алып бара. Ара – етмеш саҡрым. Машинаны үҙе таба, юл сығымын түләй. Малын һуйҙыра, махсус билдә ҡуйҙыра. Ниндәйҙер анализ өсөн тигән һылтау менән үпкә-бауырын алалар, эсәк-ҡарынын да ҡалдырырға ҡушалар. Сабир ағай малдың башын-тояғын да бушлай тапшыра. Беләһегеҙме, һуйған өсөн уның 7 мең һум аҡсаһын ҡайырып алып ҡалалар!
Хужа иртәгәһен башмаҡ итен баҙарға алып сыға. Килеп урынлашыуы була, һатыу урыны өсөн хаҡты түләтеп алып китәләр. Көн буйы баҙарҙа тороп, иттең яртыһын ғына һата ала. Ҡалғанын өйөнә ҡыҙартып алып ҡайта. Башмағын башҡалар кеүек ҡапҡаһы янына килеп туҡтаған кешеләргә тапшырһа, күпкә отошло булыр, меңдәрсә һум аҡсаһы янында ҡалыр ине бит. Был йәһәттән башҡалар ни уйлай?






Вернуться назад