Үҙе яулаған бәхет16.09.2015
Үҙе яулаған бәхет Дәһшәтле һуғыш йылдарында ил азатлығы, тыныслыҡ өсөн көрәшкән ҡаһарман яугирҙәр иҫтәлеге һәммәбеҙ өсөн дә ҡәҙерле. Улар ғүмерҙәрен аямай дошманға ҡаршы яу сапмаһа, бөгөн беҙ нисек йәшәр инек? Шуларҙы уйлап, зәңгәр күкле тыныс донъяла ғүмер иткәнебеҙгә шөкөр ҡылайыҡ.

Рауил Йәлилов та һуғышта ҡатнаш­ҡан, уға 90 йәш тип уйламаҫһың да. Оҙон буйлы, төҙ кәүҙәле, асыҡ йөҙлө яугиргә «бабай» тип өндәшһәм, уңай­һыҙ ҙа кеүек.
Ул 1925 йылда Илеш районының Аҡҡүҙ ауылында донъяға килә. Урын­дағы ете йыллыҡ мәктәптә белем ала, унан төбәктең мал әҙерләү конто­раһында эшләй. Шул айҙа уҡ хәрби хеҙмәткә алына. Чкалов өлкәһенең Красносельский училищеһы курсанты була. Өс ай ҙа үтмәй, Рауил Йәлиловты махсус хәрби комиссия Һауа-десант ғәскәрҙәренә күсерә. Шул ваҡыттан 1944 йылдың авгусына тиклем Мәскәү өлкәһенең Яхрома ҡалаһындағы 18-се гвардияһында хәрби хеҙмәт юлын үтә.
Аҙаҡ миномет ғәскәрҙәре сафына алына һәм Харьков өлкәһенең Вологодская станцияһында 36-сы гвардия миномет бригадаһына ингән минометсылар полкында хеҙмәтен дауам итә. Ошо хәрби часть менән 1944 йылдың сентябрендә Ленинград фронтына ебәрелә. Бында ул минометсылар командиры була. Аҙаҡтан Балтика илдәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
— Балтик буйы — элекке Литва губернаһы. Немецтарҙың 30-ҙан ашыу дивизияһы бар ине, улар Ҡыҙыл Армия тарафынан ҡулға алынды. Бик ҡаты һуғыштар барҙы. Диңгеҙ юлы ябылды, ҡоро ерҙән алышыу һуғыштың һуңғы көнөнә тиклем барҙы. Күп юғалтыу кисерелде, бигерәк тә Липово ҡалаһын азат иткәндә минометсыларға ауыр булды. Немец разведчиктары, беҙҙең хәрби позицияларҙы күҙәтеп, минометтан ут асты. Ошо ваҡытта командалыҡ пунктына, батарея командиры, капитан Таратеевҡа, снаряд төшөп, ул вафат булды. Беҙҙең өс миномет расчеты ҡырылды. Ун ике һалдаттың етеһе ҡаты яраланды. Беренсе һанлы һалдатыбыҙ Сибиряковҡа туранан- тура мина төштө, Ҡазан егете тоҫҡаусы һалдат Вәлиевтең күкрәге, башы яраланып, тыл госпиталенә оҙатылды, — тип тетрәндергес итеп һөйләй ветеран.
Был ҡурҡыныс көндә Рауил Йәлилов та яралана — яурынына һәм ҡултыҡ аҫтына снаряд ярсығы тейә. Ялан госпиталендә ике ай ятҡас, ул хәрби часҡа ҡайтып, командирлыҡ хеҙмәтен дауам итә.
— Ошо һуғыш көндәрендә тормошомда шатлыҡлы ваҡиға ла булды: мине Коммунистар партияһына алдылар һәм ике көндән хәрби хеҙмәттәрем өсөн миҙал менән бүләкләндем. 1945 йылдың 8 майында беҙҙең хәрби частың позицияһын алмаштырыу өсөн маршҡа сыҡтыҡ. Сара ҡыҙған ваҡытта Юғары штабтан уны туҡтатырға ҡу­шылды. 9 Май иртәһендә салют бирергә бойорҙолар. Шулай итеп, Еңеү көнөн Курляндия ерендә маршта ҡаршыланыҡ. Һуғыш туҡтағас, беҙҙең хәрби часты Ленинград өлкәһе хәрби округына ебәрҙеләр. Бында 1946 йылдың ғинуарына ҡәҙәр хеҙмәт иттек. Ошонан инде Тыуған илемә ҡайттым, — тип хәтерләй Рауил олатай.
Һуғыштан һуң ул бер ай ял итә. Унан һуң, фронтовик-коммунист булараҡ, Илеш районы партия комитеты дәүләт учреждениеһына эшкә алына, министрлыҡ вәкиле булып эшләй. Аҙаҡ Илеш районы партия комитетының ойоштороу бүлегенә инструктор итеп саҡырыла.
Һуңынан КПСС-тың өлкә комитеты ҡарары менән республиканың Яңауыл, Тәтешле райондарына эшкә ебәрелә. Ике йыл Яңауыл территориаль колхоз-совхоз идаралығында өлкән инспектор булып эшләй. 1964 йылдан “Буғай” совхозы партия секретары вазифаһын башҡара. 1981 йылда республиканың Ауыл хужалығы министрлығына кадр­ҙар эше буйынса баш белгес итеп күсерелә. Һәр эште ҙур яуаплылыҡ менән күңелен һалып башҡара Рауил Ғәбделхаҡ улы.
1986 йылда ул Башҡортостандың персональ пенсионеры булараҡ хаҡлы ялға сыға. 1995 йылда Ауыл хужалығы министрлығының ветерандар советы рәйесе итеп саҡыралар.
– Бына 18 йыл хеҙмәт итәм, әле лә эшләйем, — тип йылмая Рауил Йәлилов. 90 йәшкә баҫырға торған ир-уҙамандың хеҙмәт юлы һоҡландырғыс, әлбиттә.
Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып үткәрә ул һәр көнөн. Күңеле тулған ваҡыттарҙа һөйөклө ҡатынына, тормош күренештәренә арнап шиғырҙар ҙа ижад итә. Уның көнүҙәк темаларҙы яҡтыртҡан мәҡәләләре район һәм республика гәзиттәрендә йыш донъя күрә. Ир-уҙаман Яңауыл район гәзитенең үҙ хәбәрсеһе лә була. Әле лә “Кызыл таң”, “Вечерняя Уфа” гәзиттәрендә яҙма­лары баҫылып тора. Ауыл хужалығына, иҡтисадҡа, йәш быуынды тәрбиәләүгә, бөгөнгө проблемаларға арналған мәҡәләләр ҙә, ошо өлкәләрҙә файҙалы булған кәңәштәр ҙә яҙа Рауил Йәлилов.
Рауил Йәлилов үҙенең һүҙҙәренә йырҙар ҙа ижад итә. Йәш сағында моңло итеп йырлап, тыпырҙатып бейегән дә, бар күңелен һалып гармунын да тартҡан. Әле лә, 90 йәшкә аяҡ баҫҡанда, ошо һәләттәре юғалмаған. Ул 10 йыл элек донъя ҡуйған ҡатынына арналған йырын һәм «Оҙон юлдың туҙаны»н тәрән хис-тойғо менән башҡарҙы. «Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым йәш ғүмерҙең уҙғанын» тип моңланғанда, ветерандың күҙҙәрендә һағыш сағылғандай тойолдо.
Рауил Йәлиловтың күкрәген бихисап орден-миҙал биҙәй.
— Хеҙмәт юлымда башҡарылған эштәрем юғары баһаланды, Аллаға шөкөр, — ти ул. — Уларҙы йыш-йыш ҡараштырып алам, хәтирәләргә бирелеп киткән саҡтар ҙа була. Китап уҡырға яратам, китапханамда 300-ҙән ашыу баҫма бар. Ғүмерем буйы сәләмәт тормош алып барырға тырыштым. 60 йәшкә тиклем ҡар өҫтөнән ялан аяҡ йөрөргә сыға инем. Һалҡын һыу менән ҡойона торғайным.
Рауил Ғәбделхаҡ улы ҡатыны Рәҡиә менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Балалары, тормошта үҙ юлын табып, матур донъя ҡорған. Ейәнсәре Ләйсән юғары уҡыу йортонан һуң кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Утты-һыуҙы кискән, ҡанлы һуғыш юлдарын үткән Рауил Йәлилов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын шатланып та, һағышланып та ҡаршыланы. Уға үҙе яулаған тыныс, ирекле тормоштоң бар рәхәтлеген күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә насип итһен.


Вернуться назад