Бөгөн ҡайһы бер матбуғат сараларының эшмәкәрлеге һынау алдында торһа ла, арабыҙҙа уны “дүртенсе власть” тип танығандар, көсөнә, хөкөмөнә ышанғандар бар әле. Дәүләт етәкселеге халыҡ менән бер юлдан барырға, дөйөм мәнфәғәттәрҙе уртаҡ хәл итеп йәшәргә тейеш, тибеҙ. Ә уларҙың араһын бәйләп торған журналистарға тейешле иғтибар биреләме? Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тап ошо маҡсатта булдырылды ла инде.Әлеге мәҡәләмдең маҡсаты – ошо баһаға лайыҡ кандидаттарҙың береһе, Белорет районының “Урал” гәзите хәбәрсеһе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы Эльза Мөхәмәҙиеваның эшмәкәрлегенә баһа биреү. Уның менән төрлө семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә, спартакиадаларҙа йыш осрашырға тура килә. Эльзаның бар яҡлап та әүҙем булыуы, “Урал” гәзитенән тыш, республикабыҙҙың башҡа баҫмаларына ла даими яҙышыуы, “Юлдаш” радиоһынан йыш сығыш яһауы иғтибарымды йәлеп итте. Журналистың мәҡәләләре уның киң даирәлә, төрлө йәштәге һәм социаль статустағы кешеләр менән иркен эшләй алыуын, уртаҡ тел табыуын күрһәтә. Аралашыу ҡеүәһенә эйәлеге, әңгәмәсеһенең күңел ҡылын сиртә белеүе яҙмаларын тағы ла йөкмәткелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итә. Бөгөнгө йәмғиәт өсөн мөһим социаль-ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итеү, йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү, халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереү киҫкен торғанда, былар – журналист өсөн иң кәрәкле, мөһим һыҙаттарҙың береһе.
Журналистикала уңышҡа өлгәшәм тиһәң, бөтөн өлкәләр буйынса мәғлүмәтле, киң ҡарашлы булыу, әңгәмә ҡора белеү мөһим. Шул саҡта ғына халыҡҡа әйтер һүҙеңде тос фекерҙәр менән аңлайышлы итеп еткереп була. Эльзаның ижади эшмәкәрлеге тап шундай булыуы менән айырылып тора. Юғары педагогик белемгә эйәлеге бөгөнгө мәғариф тармағындағы үҙгәрештәрҙе дөрөҫ итеп яҡтыртырға ярҙам итһә, телмәр мәҙәниәтен төплө үҙләштереүе радио аша иркен сығыш яһап, үҙ районының яңылыҡтарын, уңыш-ҡаҙаныштарын республика халҡына еткереү мөмкинлеген бирә.
Гәзит уҡыусыларға бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа урындағы үҙидара органдарының ниндәй ҙур, яуаплы эш башҡарғанын аңлатып тороу кәрәкмәй. Эльза был өлкәнең дә ҡатмарлы эшмәкәрлеген дөрөҫ һәм оҫта яҡтырта. Был йәһәттән ауыл хакимиәте башлыҡтары, халыҡ менән йыш осрашыуы, “түңәрәк өҫтәл”дәр, тура бәйләнештәр ойоштороуы, әңгәмәләр ҡороуы журналистың баһаһын тағы ла күтәрә. Ә инде район ғына түгел, республика баҫмалары аша ла данлы хеҙмәт юлы үткән абруйлы кешеләр, дәүләт программалары менән уңышлы файҙаланған өлгөлө йәш ғаиләләр, эшҡыуарҙар, фермерҙар тураһында яҙыуы менән үҙ төбәгенең генә данын арттырмай, ә дәүләтебеҙҙең тырыш, маҡсатлы кешеләрҙе күрә белеүен, уларға бар яҡлап та ярҙам итергә әҙер торғанын да күрһәтә. Ошоноң менән һәр кемдең күңелендә матур, лайыҡлы тормош ҡороуға сәм һәм дәрт уята белә ул. Эльзаның үҙидара органдарының эшен, ауыл халҡының тормошон гәзит битендә яҡтыртыуы юҡҡа ғына дәүләтебеҙҙең маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булманы.
Бөгөн ташҡа баҫылғандың бәҫен арттырып, халыҡ менән власть араһында күпер һала белгән журналистарҙың эше баһаланмай ҡалмай. Халыҡҡа еткерелергә тейешле мәғлүмәтте уңышлы эшкәртеп, кәрәк урынға иғтибарҙы ваҡытында йәлеп иттереп, ҡуҙғыу мәсьәләләргә дөрөҫ йүнәлеш бирә белгәндә генә күренә ижадсының ысын оҫталығы. Мәҡәләләренә гәзит уҡыусыларының битараф булмауы, йыш ҡына ыңғай фекер белдереүе Эльзаның һүҙ ҡеүәһен күрһәтә. Үҙ эшенең оҫтаһы булғанға ла, бәләкәй генә мәғлүмәттең дә бөтөн тормошто үҙгәртерҙәй ҙур тәьҫир көсөнә эйәлеген яҡшы аңлай ул. Бының нәҡ шулай булыуын иҫтә ҡалған бер ваҡиға раҫлай. Бынан бер нисә йыл элек халыҡ араһында ахырызаман етеү ығы-зығыһы сыҡҡайны. Кемдер был шау-шыуға көлөп кенә ҡараны, икенселәре иғтибар ҙа итмәне, өсөнсөләре иһә саҡ ауырыуға һабышманы. Килеп сыҡҡан хәл менән файҙаланып, рейтингын күтәрергә тырышҡан каналдар, “һары” матбуғат утҡа кәрәсин һипте. Нәҡ шул ваҡытта Эльзаға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына бәйле халыҡ менән осрашыуҙа ҡатнашырға тура килә. Өлкән йәштәге бер апай: ”Бөгөнгө осрашыуға Эльзаны күреп, уға рәхмәт әйтергә килдем, – тип белдерә унда. – Ахырызаман тураһындағы хәбәр менән бөтөн донъяны тултырҙылар. Телевизор ҡабыҙһаң да, гәзит битен асһаң да, шул турала ғына һөйләйҙәр. Былай ҙа тормош проблемалары баҫҡан ауыл кешеһенең күңелен уйлап та бирмәнеләр. Тамсы тама-тама таш тишә тигәндәй, гел тылҡып торған хәбәрҙән күңелгә шөбһә төшөп, ул ҙурайғандан-ҙурая барҙы. Шул арҡала бер нисә тапҡыр “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға ла тура килде. Йоҡом йоҡо, ашым аш булманы. Тамам ауырып китеүҙән Эльзаның “Яр аҫтынан яу сыҡҡан” тигән мәҡәләһе ҡотҡарып, күңелде тынысландырҙы. Бына шунда тойҙом да инде һүҙ ҡөҙрәтен. Уның үлтерергә лә, һауыҡтырырға ла һәләтле булыуын”.
Ошо ябай ғына ваҡиғанан сығып фекер йөрөткәндә, халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән журналистың һәр саҡта ла йәмғиәт менән бергә булыуын, ысын матбуғатты ялғандан айырырға өйрәтеп, уның бәҫен күтәреүен дә күрәһең.
Эльза Әнәс ҡыҙының журналист эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, ул бер һүҙһеҙ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип һис икеләнмәй, ышаныслы итеп әйтергә була. Уға ошо юғары исемгә эйә булып, һөнәре буйынса тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яуларға, башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә артабан да тос өлөш индерергә яҙһын.
Хәйҙәр ТАПАҠОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире.