Үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрә15.09.2015
 Үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрә Элекке колхоздың йәшелсә үҫтергән баҫыуында бер трактор геүләй. Фермер Әнүр Шаһиевтың «тимер аты» ул. Булдыҡлы уҙаман баҫыуын көҙгө сәсеүгә әҙерләй.


…Оҙаҡ ваҡыт етәксе вази­фаларҙа эшләгән­дән һуң, 2006 йылда Әнүр Әҙһәм улы фер­мер­лыҡҡа тотона. Ауыл хужалығын биш бар­ма­ғын­дай белгән егет эшсе ҡулдар етешмәүгә аптырап ҡалмай – кабинеттан трактор кабина­һына күсеп ултырыуына хат­та ҡыуанып та ҡуя. Баҫыуҙан мотор геүләтеп китеп барыу бәхет түгелме ни?!
Беҙҙе ҡаршы алғанда ла «МТЗ-82» трак­торының рулендә фермер нәҡ үҙе ине. Тырмаға төшкән икән.
— Эш етерлек: туңға һө­рә­һе бар, көҙгө сәсеү көтә, бына әле орлоҡ индерергә ер әҙерләйем, — тип таныштыра Әнүр Шаһиев тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшә­ҡәттәре менән.
Сәсеү тигәндән, был эште фермер 64 гектар майҙанда башҡара: бойҙай, арыш ултырта. Ер­ҙе үҙе эшкәртә, уңышты йәнә үҙ комбайнында һуға. Әлбиттә, бер үк ваҡытта тракторҙа ла, комбайн штурвалында ла ултырып булмай. Ҡыҙыу мәлдә фермер Шаһиевта бер нисә егет эш уры­ны таба, техникалары менән башҡалар ҙа яр­ҙамға килә. Шулай ҙа, беҙгә ҡалһа, төп таянысы – ҡатыны Фәнирә менән ҡыҙҙа­рылыр. Ниндәй генә ҙур маҡ­сат ҡуйма, яҡында­рың­дың йылы һүҙе булмаһа, уңыш­тарға өлгәшеү — ай-һай!..
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Шаһиев һәр ва­ҡыт тармағын киңәйтеү, үҫтереү һәм яңы­лыҡ­тар өйрәнеү өҫтөндә. Мәҫәлән, ауылда һәр йүн­сел ташландыҡ баҡсаларға картуф сәсмәй әле. Умарта тотоу, ҡышын мунса мейес­тәре яһау ҙа ят түгел Әнүр Әҙһәм улына. Ә ауылда кемгә ҡом, кемгә бесән кил­тер­мәгән икән булдыҡлы егет?!
— Иген сәсеү менән бер рәт­тән, мал үрсетеүгә лә иғтибар бирергә тырышабыҙ, башлыса иткә тапшырабыҙ. Әле 40-ҡа яҡын баш һыйыр малы бар, 20-нән ашыу ат тотабыҙ, 30-ҙан артыҡ ҡуй аҫрайбыҙ, — ти табышының мул өлөшө хаҡында Әнүр Шаһиев.
Эйе, ауыл кешеһе бер эшкә генә өҫтөнлөк бирә алмай шул. Бесән уңмаһа, картуф уңа, тигәндәй, бар яҡлап та инвестиция һалыр­ға тура килә уға.
Ул арала фермер, баҫыу­ҙағы бөгөнгө эшен тамамлап, өйөнә ашыҡты:
— Ғәфү итегеҙ, егеттәр, ямғыр яумаҫ борон бәрәң­генең өҫтөн сабаһы ине, — тигәс, ер кешеһен башҡаса тотҡарлап торорға хаҡыбыҙ юҡлығына инанып, үҙ юлы­быҙҙа булдыҡ.






Вернуться назад