Ватанды һаҡлау – һәр заманда ла ғорурлыҡ24.02.2012
Ватанды һаҡлау – һәр заманда ла ғорурлыҡВатанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Өфөнөң иң күркәм мәҙәниәт усаҡтарының береһендә йыл да тантаналы йыйылыш уҙа. Был юлы ла Конгресс-холдың фойеһы байрамса биҙәлгәйне, Өфө Хәрби комиссариатының оркестры дәртле көйҙәр уйнаны.
Тәүҙә залға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Хәрби байрағын алып сыҡтылар.
Тантаналы йыйылышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы, хәрбиҙәрҙең республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булыуын билдәләне.
– 23 февраль – өлкән быуын күрһәткән батырлыҡты хәтерләү, уларға хөрмәт күрһәтеү һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтеү көнө, – тине Рөстәм Зәки улы. – Беҙҙең халыҡ иҫ киткес бай хәрби традицияларға эйә. Башҡортостандар өсөн хеҙмәт итеү, Ватанды һаҡлау һәр ваҡыт ғорурлыҡ һаналды, хәҙер ҙә шулай.
Республика башлығы билдәләүенсә, быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тула, һәр кем еңеүҙең ифрат ауыр бирелеүен белә. “Төньяҡ амурҙары”ның батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Бөгөн иһә беҙгә бигерәк тә илде һаҡлай алырлыҡ көслө армия кәрәк.
Рөстәм Зәки улы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың “Российская газета”ла баҫылып сыҡҡан ил именлеге мәсьәләләре, Рәсәйҙә профессиональ армия булдырыу тураһындағы мәҡәләһе хаҡында ла уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Президент Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләүгә ҡараштың етди булыуын, яҡташтарыбыҙҙың илгә тоғро хеҙмәт итеүен, эҙәрмәндәр отрядының тырышлығын, ветерандар советының һәм кадет мәктәптәренең яҡшы эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғит Ишбирҙин менән һөйләштек. “Борон армия мәктәбен үткән егеттәргә ихтирам шул тиклем ҙур булды, уға илде ысын һаҡлаусы тип ҡараныҡ, – ти Сәғит Ғәтиәт улы. – Элекке шикелле йәштәр әле лә хеҙмәт итеүҙе ғорурлыҡ тип ҡараһа, армияға барырға ашҡынып торһа, илһөйәрлек рухында үҫһә, тормош та бүтәнсә булыр ине, минеңсә. Белоруссияны, Польшаны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаштым. Тыныс тормошта Баймаҡ, Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил райондарында юғары вазифалар биләнем”.
Ил алдында бурысын намыҫ менән үтәгән аҫыл ир-егеттәр Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан юғары наградалар алып һөйөндө. Аҙаҡтан байрам концерты күрһәтелде.
И. МӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад