Баллы йәрминкә15.09.2015
Өфөнөң Якутов исемендәге паркында “Баллы төбәк” махсус йәрминкәһе ойошторолдо. Унда, тәбиғи башҡорт балынан тыш, Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә етештерелгән косметика әйберҙәре лә һатылды. Йәрминкәгә умартасылар бөтөн республиканан йыйылды.
Билдәле артистар ҡатнашлығындағы сағыу концерт, уйындар, конкурстар бары­һы­ның да күңеленә хуш килде. Был көндә татлы ризыҡҡа ҙур ғына ташламалар яһалды. Балдың килограмы 200 – 350 һум тәшкил итһә, 3 литрлыҡ банкалағыһы 1500 – 2000 мең һум тора ине. Йүкә, сәскә, ҡарабойҙай, солоҡ балы, кәрәҙ менән бер рәттән прополис, инә ҡорт һөтө лә һатыуға ҡуйылғайны.
Йәрминкәлә балдың сифатын билдәләү лабораторияһы эшләне. Теләге булған һәр кем унда продукттағы һыуҙың өлөшөн билдәләй, тауарҙы баһалай алды.




Вернуться назад