Юлдың сифаты яҡшырасаҡ15.09.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Сәнәғәт үҙәге” индустрия паркына барып, “ВитаРубикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юл тармағы өсөн инновациялы материалдар етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.

2012 йылда предприятие тарафынан ғәмәлгә индерелгән проект тәүге этапта — иҫке автомобиль шиналары ҡалдығын юғары сифатлы резина гранулят итеп эшкәртеүсе завод төҙөүҙе, икенсе этапта ошо сеймал нигеҙендәге полимер-резина-битум ҡат­наш­маһынан ҡайһы бер инновациялы төҙөлөш материалдары етеште­реүҙе күҙаллай.
Производствоның икенсе сираты иһә быйыл төҙөлдө. Әле барлыҡ һынауҙар та­мамланған, технологик линия тест үткән.
“ВитаРубикс” йәмғиәте етәксеһе Константин Воронцов әйтеүенсә, резина-битум ҡушылған асфальт-бетон файҙаланыу һөҙөмтәһендә юлдарҙың сифаты яҡшы­расаҡ, төҙөкләндереү осоро оҙайлылығы 1,5 тапҡырҙан 2 тапҡырғаса артасаҡ.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Вологодск урамында ошондай асфальт-бетонды фай­ҙа­ланып былтыр ғына һалынған 6,5 мең квадрат метрлыҡ эксперименталь юл участкаһын ҡарап сыҡты.



Вернуться назад