“Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (артабан шулай уҡ “Өфөоргсинтез” ААЙ, “Йәмғиәт”) акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышын үткәреү тураһында белдереү15.09.2015
“Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең урынлашҡан ере: Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы.
“Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советының 2015 йылдың 3 сентябрендәге ҡарарына (2015 йылдың 3 сентябрендәге 4-се протокол) ярашлы, йыйылыш үткәрелгәнгә тиклем тауыш биреү өсөн бюллетендәрҙе алдан уҡ ебәреп, көн тәртибендәге мәсьәләләрҙе тикшереү һәм тауышҡа ҡуйылған мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул итеү өсөн акционерҙарҙың берлектә ҡатнашыуы рәүешендә “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сираттан тыш дөйөм йыйылышын (артабан шулай уҡ “Йыйылыш”) үткәреү хаҡында белдерәбеҙ.
Йыйылышты үткәреү датаһы: 2015 йылдың 26 октябре.
Йыйылышты үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, “Өфөоргсинтез” биләмәһе, 507-се корпус, 4-се ҡат, Генераль директорҙың ҡабул итеү бүлмәһе, 401-се кабинет.
Йыйылыштың башланыу ваҡыты: Өфө ваҡыты буйынса 14.00.
Йыйылышта ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләрҙе теркәү датаһы һәм ваҡыты: 2015 йылдың 26 октябре, Өфө ваҡыты буйынса 13.00.
Йыйылышта ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләрҙе теркәү адресы: Өфө ҡалаһы, “Өфөоргсинтез” биләмәһе, 507-се корпус, 4-се ҡат, Генераль директорҙың ҡабул итеү бүлмәһе, 401-се кабинет.
Тауыш биреү өсөн бюллетендәрҙе ҡабул итеүҙең тамамланыу датаһы: 2015 йылдың 23 октябре.
Тауыш биреү өсөн бюллетендәрҙе ебәреүҙең почта адресы: 450000, Өфө-Үҙәк, 1286-сы а/й, “Реестр” ААЙ Өфө филиалы.
Йәмғиәттең исемле ҡиммәтле ҡағыҙҙары хужалары реестрының мәғлүмәттәренә ярашлы, йыйылышта ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләрҙең исемлеген төҙөү датаһы: 2015 йылдың 14 сентябре.
Йәмғиәттең өҫтөнлөклө акцияларына эйә булған акционерҙарҙың тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғы: Йәмғиәттең өҫтөнлөклө исемле акцияларына эйә булған акционерҙар көн тәртибендәге бөтөн мәсьәләләр буйынса тауыш биреү хоҡуғына эйә түгел.
Йыйылышты үткәрергә әҙерләнгәндә акционерҙарға бирелгән мәғлүмәттәр (материалдар) исемлеге һәм уны тапшырыу тәртибе:
1) йәмғиәт акционерҙарына йыйылыш үткәреү тураһында хәбәр итеү;
2) éûéûëûø ҡàðàрҙары проекты;
3) éәìғèәòòåң Ревизия комиссияһы тураһындағы положениеның яңы редакцияһы проекты.
Акционерҙар йыйылышты үткәреүгә әҙерләнгәндә тәҡдим ителергә тейешле документтарҙың проекттары һәм сираттан тыш дөйөм йыйылыштың көн тәртибе буйынса материалдар менән 2015 йылдың 5 октябренән 25 октябренә тиклем көн һайын урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең берҙәм башҡарма органы урынлашҡан ергә (Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, “Өфөоргсинтез” ААЙ заводы биләмәһе, 507-се корпус, 315-се кабинет) килеп, шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 139-сы йорт, “Реестр” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалы” адресы буйынса, ә йыйылыш көнөндә ул ябылғанға тиклем сара үткәрелгән ерҙә таныша ала.
ЙЫЙЫЛЫШТЫҢ КӨН ТӘРТИБЕ:
1. Йәмғиәт акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышын үткәреү тәртибен билдәләү тураһында.
2. Éәìғèәò àóäèòîðûí ðàҫëàó òóðàһûíäà.
3. Яңы редакциялағы Йәмғиәттең Ревизия комиссияһы тураһындағы положениены раҫлау тураһында.
“Өфөоргсинтез”
ААЙ Директорҙар советы.