Афарин, инспектор!Өфөлә хәүефле енәйәтсене тотҡан полицияның патруль-пост хеҙмәте полкындағы взвод инспекторы Марсель Хафизовты бүләкләнеләр. Ул II дәрәжә “Эске эштәр министрлығындағы яҡшы хеҙмәте өсөн” билдәһенә лайыҡ булды.
Май айында полиция капитаны микрофинанслау үҙәгенә һөжүм иткән ҡораллы енәйәтсене тота. Был әҙәм әлегә тиклем дә талау менән шөғөлләнгән була. Сираттағы тапҡыр сит мөлкәтте алып ҡасырға ниәтләгән енәйәтсе тәртип һаҡсыһының ҡулына эләгә.
Патруль-пост хеҙмәтенең 92 йыллығы айҡанлы был көндә, Марсель Хафизовтан тыш, тағы ла 20-нән ашыу полиция вәкиленә почет грамоталары, миҙалдар, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сифатһыҙ бензин хаҡы“Абҙаҡ” яғыулыҡ ҡойоу станцияһы хужаһына техник регламентты боҙған өсөн штраф һалынды. Прокуратура менән “Росстандарт” үткәргән тикшереү мәғлүмәттәренән асыҡланыуынса, “Евро” маркалы дизель яғыулығында көкөрт миҡдары рөхсәт ителгәндән 12, ә “АИ-92-5К” бензинында 1,5 тапҡырға юғарыраҡ булған.
Белорет район-ара прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, сифатһыҙ яғыулыҡ автомобиль моторына кире йоғонто яһай, һауаға сығарылған газда ағыулы матдәләр күләмен дә байтаҡҡа арттыра. Дәғүә “Уралнефтепродукт” йәмғиәтенә белдерелде. Административ эште ҡарағандан һуң, Башҡортостандың Арбитраж суды фирмаға 100 мең һумлыҡ штраф һалды.
40 ҡаҙҙы үҙләштергән...Борай районында әүәлге суд приставы коррупциялы енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Ул алты йыл дауамында башҡарыу эштәре буйынса бурысты түләү иҫәбенә алынған аҡсаны үҙенең кеҫәһенә һалған, кешегә иһә квитанция урынына ябай белешмә ҡағыҙҙары биргән. Пристав шулай уҡ бурыслыларҙың береһенән 40 ҡаҙын тартып алып үҙләштергән. Дөйөм зыян күләме 183 мең һум тәшкил итә. Әле суд приставы уны өлөшләтә ҡаплаған. Борай район суды енәйәтсене шартлы рәүештә 1,5 йылға иркенән мәхрүм иткән.
Хужалар юғалып ҡалмаған
Октябрьский ҡалаһында йортҡа төшкән енәйәтсене тотҡандар.Табында ултырған хужабикә, йомош табып, алғы яҡҡа сыға һәм ишек төбөндә ҡунаҡҡа ингән күршеһенең сумкаһын тотҡан ят ирҙе күреп ҡала. Асыҡланыуынса, өйҙөң ишеге бикләнмәгән була. Ҡатын баҙап ҡалмай, бурға ташлана, ирен дә ярҙамға саҡыра. Енәйәтсене улар тәртип һаҡсыларына тапшыра.
Тикшереү һөҙөмтәһенә ярашлы, был әҙәм бер ерҙә лә эшләмәгән, өҫтәүенә бер нисә тапҡыр суд хөкөмөнә лә тарттырылып өлгөргән.
Туғаның уғры булмаһынОшо көндәрҙә Ишембай районында полиция хеҙмәткәрҙәре алтын биҙәүестәрҙе урлауға бәйле енәйәтте асты.
Тәфтиш мәғлүмәттәренә ҡарағанда, апаһы ялға киткәндә фатирының асҡысын ҡустыһына ҡалдыра. Эсергә яратҡан ир, аҡсаһы бөткәс, туғанының өс йөҙөгөн урлап һата. Быны һиҙеп ҡалған әсәләре хәлде ҡыҙына һөйләп бирә. Зыян күләме 10 мең һум тип баһалана. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Маньякты эҙләйҙәрСтәрлетамаҡта 19 йәшлек ҡыҙ өйөнөң подъезында таныш булмаған ирҙең һөжүм итеүе, бысаҡ менән янап, баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡҡа алып менеп көсләргә маташыуы хаҡында полицияла ғариза ҡалдыра.
Ҡыҙҙың күрһәтмәләренә ярашлы фоторобот төҙөлә. Тәртип һаҡсылары көнсығыш кешеһенә хас йөҙлө, мыҡты кәүҙәле, буйы 165-170 см булған 55-60 йәшлек ирҙе эҙләй. Сәсе саллана башлаған, ҡыҫҡа итеп киҫелгән, сал төшкән ҡара мыйығы бар. Өҫтөнә ҡара футболка менән күк төҫтәге джинсы салбар кейгән.
Ошо кеше тураһында хәбәрҙар булғандарҙың 02 телефоны буйынса полицияға йәки (3473) 2-16-88 телефоны аша тәфтиш бүлегенә шылтыратыуын үтенәләр.
Башҡортостан Прокуратураһының,
Эске эштәр министрлығының
матбуғат хеҙмәттәре мәғлүмәттәренән.