Тыйнаҡ талант12.09.2015
Тыйнаҡ талант Ул бәләкәй сағында Шишмә районының Сыуалкип мәктәбенән “Башҡортостан пионеры”на бик йыш хәбәрҙәр ебәрә торғайны. Үҙе хаҡында яҙыр өсөн хатта ауылына барырға, өйөндә булырға тура килде. Аҙаҡ Өфөлә хәҙер Рәми Ғарипов исемен йөрөткән 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыны. Артабан Башҡорт дәүләт университетында белем алды. Ейәнсура районында уҡытыусы булыу менән бер рәттән Башҡортостан радиоһының үҙ хәбәрсеһе сифатында көн дә ҡыҙыҡлы материалдары менән эфирға сыҡты. Өфөгә күскәс, республика телевидениеһында эш башланы. Әле лә шунда хеҙмәт юлын дауам итә, художество программалары бүлеге етәксеһе.
Һүҙем күренекле тележурналист Рәйсә Абдуллина-Ҡазбулатова хаҡында. “Үткән ғүмер” тапшырыуҙары һәм “Автограф” телеочерктары циклы өсөн Башҡортостан Хөкү­мә­тенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим ителеүе уңайынан быға тиклем дә әйтергә йыйынған фекерҙәремде еткерергә булдым.
Рәйсә Абдуллина-Ҡазбулатованың иң күркәм сифаттарының береһе — баҫал­ҡы­лыҡ һәм тыйнаҡлыҡ. Ул тәү сиратта тапшырыу геройын алға ҡуя, тамашасыға ту­лы­һынса асырға, күрһәтергә тырыша. Ҡайһы берәүҙәр шикелле экранда иң беренсе үҙе күренеү тигән нәмә уға бөтөнләй ят. Хатта тапшырыу бөткәс тә, быны кем әҙерләне икән, тип ултыраһың, титрҙағы яҙыу­ҙан ғына авторы кем икәнлеген беләһең.
Икенсенән, теүәллек, эшлеклелек һәм үҙ бурысына үтә яуаплы ҡарау Рәйсә Рәйес ҡыҙын башҡаларҙан айырып тора. Шунса ваҡытҡа киләм, тип әйтте икән, мотлаҡ мә­лендә яныңда булыр. Ә тапшырыу әҙерләй башлаһа, геройы хаҡында әллә күпме мәғлүмәт туплар, һорауҙары ла сәпкә тейер.
Өсөнсөнән, Рәйсә Абдуллина-Ҡазбу­латова — геройҙарын тыңлай белгән сабыр холоҡло журналист. Әгәр һине туҡтауһыҙ һорауҙар менән бүлдермәй генә тыңла­һалар, үҙеңдән-үҙең күңелеңдә йөрөткән бөтөн уйҙарыңды, фекерҙәреңде, бүтәндәр­гә әйтер һүҙҙәреңде бәйнә-бәйнә түгәһең дә ҡуяһың бит ул. Герой менән журналист ара­һындағы ихласлыҡ тапшырыуҙың уңышлы килеп сығыуына ярҙам итә. Уларҙы халыҡ та яратып ҡарай. Мәҫәлән, бер генә миҫал. “Йәншишмә” гәзите быйыл үҙенең 85 йыллы­ғын билдәләне. “Үткән ғүмер” тапшырыуын әҙер­ләргә тип Рәйсә Рәйес ҡыҙы редакцияға килде. Тыныс ҡына гәзит сығарыу менән мәшғүл булған журналистарҙы артыҡ мәшә­ҡәтләмәй генә эш мәлендә берәм-берәм һөйләтеп, бүлмәләрҙә йөрөп сыҡты. Күре­некле яҙыусы, драматург, “Башҡор­тостан пионеры”ның тәүге һанын сығарыуҙа ҡат­наш­­ҡан, аҙаҡ редакцияла оҙаҡ йылдар эшләгән Мөкәрәмә Садиҡова апайҙы, гәзитебеҙҙең төрлө йылдарҙағы элекке йәш хәбәрселәрен, хәҙер арҙаҡлы шәхестәрҙе саҡырып та, өйҙәренә барып та әңгәмәләр ҡорҙо. Аҙаҡ, ҡалыпҡа һалынғаныраҡ юбилей тапшырыуылыр инде, тип ҡарай башла­ғайныҡ, үҙебеҙҙең дә иҫ китте: Рәйсә әллә күпме архив материалы тапҡан, гәзиттең тарихын бөгөнгө уҡыусыға күрһәтер өсөн телевидение фондынан ҡыҙыҡлы кадрҙарҙы эҙләгән. Һөҙөмтәлә бик матур яҙма килеп сыҡҡан. Быға тиклем гәзит тураһында ундай бай йөкмәткеле, мәғлүмәтле тапшырыу булғаны юҡ ине әле. Ысынлап та, ул тарихта ҡалырлыҡ, һаҡланыр хеҙмәт тип баһаланырға хаҡлы.
Рәйсә Абдуллина-Ҡазбулатованың тағы бер сифатын әйтмәү мөмкин түгел. Ул — кешелеклелек. Әйткәнемде раҫлар өсөн йәнә үткәнгә, үҙем шаһит булған ваҡиғаға әйләнеп ҡайтырға тура килә.
“Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһында заманында “Нәҙер” тигән тапшырыуҙар циклы барҙы. Ул был донъянан иртә киткән таланттар тураһында ине. Салауат районының Тирмән ауылы егете, һәләтле шағир Ғәбиҙулла Зариповҡа ла арналды бер тапшырыу. Унда йәмәғәтем Нияз Мәһәҙиев менән миңә лә ҡатнашырға тура килде, сөнки ирем “Аманат” журналының баш мөхәррире булғанда ҡаты сиргә ҡаршы ете йыл буйы көрәшкән Ғәбиҙулланың шиғырҙарын, “Туғандар сәйәхәте” исемле повесын журналда баҫтырып, рухын ­, шағирҙың үҙе әйткәнсә, “һулышын еңеләйт­те”. Аҙаҡ янына барып, хәлен дә белеште. Ә мин, бер гәзиттә эшләгән кеше булараҡ, Ғәбиҙулла менән хат алышып торҙом, һуңғы юлға оҙатырға ла барҙыҡ. Шуға әйтер һүҙҙәребеҙ ҙә, фекерҙәребеҙ ҙә бар ине.
Тапшырыу күптәрҙе тетрәндергән. Бигерәк тә ул саҡтағы телерадиоком­пания­ның генераль директоры Рәмис Дәүләт­баевты. Әйткәндәй, Рәмис Рәжәп улы менән Рәйсә Рәйес ҡыҙы — Ғәбиҙулланың университет буйынса һабаҡташтары. Шуға генераль директорҙың шағир ҡәберенә һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итеүе, Рәйсә Абдуллина-Ҡазбулатованың уны Тирмәнгә алып барыуы, Нияз да, мин дә бергә юлға сығып, хәтер ташын ҡуйып ҡайтыу үҙе бер оло сауап, шағирға күрһәтелгән ихтирам, хөрмәт билдәһе булды. Ә бит быны бер кем дә ҡушманы уларға. Рәмис Рәжәп улы үҙ аҡсаһына эшләткән. Ә Рәйсә, еренә еткереп, заказы үтәлгәнсе хәстәрләп йөрөү мәшәҡәт­тәрен үҙ өҫтөнә алған.
Һүҙемде йомғаҡлап, Рәйсә Абдуллина-Ҡазбулатованың республика журналис­тарының мәртәбәле премияһына күптән лайыҡ икәнлеген билдәләгем килә. Сәнғәт өлкәһендә эшләгәндәр егерме-утыҙ йәшендә үк маҡтаулы исемдәр ала. Журналистарға ла иллене үткәргәнсе көттөрөргә ярамаҫ ине. Кеше талантлы икән, ул йәштән үк күренә. Эшләрлек йәштә баһаларға ла кәрәк шәхесте.


Вернуться назад