Хәтер ҡуҙҙарын тере килеш һаҡлай12.09.2015
Хәтер ҡуҙҙарын тере килеш һаҡлай Зөһрә Ҡотлогилдинаны студент йылдарҙан беләм. Хәтерем яңылышмаһа, ул минән ике курсҡа түбән уҡыны, ә бүлмәлә курсташ ҡыҙҙарым менән йәшәне. Ара-тирә килгеләгән саҡта был бәләкәй генә, сибек кенә ҡыҙыҡайҙың мандолинала уйнағанын күрә инем. Йырлағанын һуңыраҡ ишеттем дә аптырап ҡуйҙым: был саҡлы моңло тауыш ҡайҙан килә икән? Шиғырҙарын, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы беләм. Ғүмере буйы “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитендә эшләүе барыбыҙға ла мәғлүм. Унан тыш, милли матбуғат баҫмаларында әленән-әле етди мәсьәлә күтәрелгән мәҡәләләре, очерктары, һүрәтләмәләре менән сығыш яһай. Уның ҡатнашлығында үткән әҙәби осрашыуҙар, йыр-моңо менән ҡатнашып барғанлыҡтан, айырыуса хисле, йөкмәткеле һәм аһәңле була.
Бына ошо хисле, дарманға бай ҡәләмдәшебеҙ йылдар дауамында йө­рәк һәм намыҫ ҡушыуы буйынса райондар, ауылдар, илдәр буйлап бөр­төкләп мәғлүмәт йыйып, “Һуғыш яра­ла­ған бала саҡ”, “Һуғыш балалары — тарих яралары” тигән китаптар сығарҙы. Ҡулымда — уларҙың икенсеһе. Йыйынтыҡты Зөһрә бала ғына көйө тылда көсөргәнеп эшләүҙән йәшләй ауырыуға дусар булған әсәһе Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙы менән фронтовик, һуғыш йәрә­хәтенән мандый алмай 28 генә йәштә донъя ҡуйған атаһы Сәлимйән Ноғман улы Ҡотлогилдиндарға бағышлаған. “Был эшкә тотоноуыма билдәле белорус яҙыусыһы Светлана Алексиевичтың “Һуғыш йөҙө ҡатын-ҡыҙмы?” һәм “Һуңғы шаһиттар” тигән документаль китаптары этәргес булды”, — тип яҙа әҙибә баҫманың баш һүҙендә. Афарин! Светлана Алексиевичтың был хеҙмәттәре сыҡҡас, миндә лә фронтовик-ветерандар тормошонан шундай китап яҙыу теләге тыуғайны бит. Ғаиләне ҡалды­рып, оҙайлы сәфәргә сығырға форсат булмауы туҡтатҡайны ул саҡ. Ә бына Зөһрә юлын тапҡан. Ул бала сағы Ватан-ил өҫтөнә төшкән ҡот осмалы ауыр йылдарға тура килгән балаларҙың хәтирә­ләрен йыйған. Был эште әле лә дауам итә.
Ҡулымда — китап. Уны бер уҡый башлаһаң, айырылып булмай. Сәғәт, ана, күптән төндө таңға ауыштыра. Яҙмыштар һиҫкәндерә, тетрәндерә, уйға һала, донъяуи ҡиммәт тип һаналған күренештәр ҡапыл кесерәйә, сүпкә ҡала. Мәҫәлән, “...Ҡайһы саҡ көндәр буйы ас ултыраһың. Ҡасан ала ҡар була инде, тип көтәбеҙ. Яҙ етһә, үлән сыға. Һыйыр һымаҡ, үлән ашайбыҙ: бал­тырған, ҡуҙғалаҡ, йыуа...”. “...Әсәйем бер ойоҡ бәйләп бирә лә, шуның менән сығып йүгерәбеҙ. Мәктәп алыҫ. Әсәйем: “Шул еңгәңә инеп йылын”, — тип әйтеп ебәрә. Инәбеҙ, уларҙың да өйө һыуыҡ. Тағы сығып йүгерәбеҙ. Шулай итеп мәктәпкә барып етәбеҙ”...
“Һуғыш яралаған бала саҡ” (Өфө, Китап, 2015 йыл) китабы ла иҫтәлектәрҙән, хәтирәләрҙән хасил. Ҡайһыһына туҡталма — ҡан тама, йөрәкте һыҡрата. Һуғыш һөрө­мө ҡайҙа ла шул — Баймаҡта ла, Күгәрсендә лә, Йылайырҙа ла, Ейәнсурала ла бер төрлө — ауыр һәм һағышлы.
Китапты үҙем уҡыйым, үҙем иҫтәлектәргә сумам. Йыш тыңларға тура килде миңә уларҙы. Ауыл кистәре беҙ үҫкән саҡта бик оҙон ине бит. Радио, телевизор юҡ, ут — шәм яҡтыһы. Кәрәсине иһә алтынға тиң. Шундай кистәрҙә “Атай һуғышта саҡта” серияһынан хәтерләүҙәр башлана. “Ағайың Илдар һуғыш башланғанда ике йәш ярым­лыҡ ине, — тип һөйләй әсәйем. — Мин ике апайың менән еләккә киттем. Ағайың ас. Ниндәйҙер ризыҡ тапмаммы тип эҙләнә башлаған. Шкаф башында атайыңдың теш эҙҙәрен һаҡлаған “ҡот ҡоймағы” ята торғайны — уға теймәгән. Эҙләй торғас, биш тинлек тәңкә ҙурлығында ҡатҡан өшә лә тапҡан, ләкин ашамаған. Беҙ ҡайтҡас, бергәләп туйынырбыҙ тип усына йомған, шул килеш йоҡлап киткән”.
Йылдар дауамында ошондай хәтирә­ләр­ҙе йыйған, эшкәрткән, китап итеп туплаған Зөһрә ниндәй кәйеф менән, ниҙәр кисереп йәшәне икән? Ә бит бар шундай әҙәмдәр, һуғыш темаһын тылҡыу ялҡытты, артҡа түгел, алға ҡарап йәшәр кәрәк, тиҙәр. Ләкин бит үткәнгә төкөрөп ҡараһаң, бөгөнгөнө айыҡ баһалап та булмай. Үткән, бөгөн, киләсәк — улар бер епкә теҙелгән, береһе булмаһа, икенсеһе — юҡ. Фашистарҙың Польша биләмәһендә төҙөгән иң ҙур концлагеры — Освенцим. Хәҙер унда – музей. Бында йылына миллионлап кеше килә. Әгәр шундай музейҙар, шаһиттарҙан яҙып алын­ған иҫтәлектәр булмаһа, беҙҙең ейәндәр ил менән кисергән, кешенең этлеклелеге арҡаһында тәрәнәйгән ауырлыҡтарҙы әкиәт ише лә күрмәҫ ине бит! Эйе, Зөһрәнең дә китаптары хәтер ҡуҙҙарын тере килеш һаҡлауы менән ҡәҙерле. Хәтер менән көслө бит кеше.
Зөһрәнең китабы — тормош дәреслеге, һәр өйҙә булырға тейешле әсбап. Үлгән намыҫтарҙы уятыр өсөн кәрәк ул. Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулғанда, хәтер айырыуса ҡыҙыулыҡ менән тоҡанды, “Тере полк” геройҙары донъянан кисә генә киткәндәй ҡеүәтле бер тулҡын, туғыҙынсы вал булып ҡалҡып сыҡты. Рәсәй халҡында хәтер­ҙең тере булыуы диңгеҙ артындағы “Донъя беҙ нисек теләйбеҙ шулай ба­расаҡ!” тигән аҡыл эйәләрен дә икенсе төрлө уйларға, алдын, артын бәләкәй байҡарға мәжбүр итте. Зөһрә Ҡотло­гилдинаның китаптарына ингән һәм инәсәк геройҙары ла донъяла иң ҙур байлыҡтың Иман икәнлеген ҡабатлай.
Әҙибәнең китаптары Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән. Әлбиттә, наградаға дәғүә иткәндәрҙең барыһы ла рәсми танылыу яулауға лайыҡ. Шулай ҙа Зөһрә Ҡот­логилдинаның был хеҙмәттәре хаҡында һүҙ барған саҡта кешенең гражданлыҡ ҡаһарманлығы беренсе планға сыға. Уны нимә ялы иҫәбенә илдән-илгә, өйҙән-өйгә йөрөргә мәжбүр иткән? Инде йәше 80-гә етеп килгән йә уҙған кешеләрҙе табып, хәлдәренә инеп, уларҙы тыңларға кем ҡушҡан? Әлеге лә баяғы хәтер. Икенсе донъя һуғышында ер йөҙөндә 13 миллиондан ашыу бала һәләк булған, тиҙәр. Зөһрә үҙе лә китаптарына яҙған баш һүҙендә: “Егерме һигеҙ йәшендә генә гүр эйәһе булған, аңлы тормошомда үҙем бер тапҡыр ҙа “атай” һү­ҙен әйтмәгән атайыма, егерме биш йәшендә генә тол ҡалып, үҙе аяҡһыҙ ҡалһа ла, ике ҡыҙын сирле килеш яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған әсәйемә, бик күп тол ҡатындарға, етем балаларға, ҡаһарман тыл ветерандарына, уларҙың ҡаҡшамаҫ рухтарына бер йәдкәр булһын ошо йыйынтыҡ... Бөтә ҡорбандар рухына изге аят булып яңғыраһын был иҫтәлектәр”, — тип яҙа. Афарин, Зөһрә! Амин, шулай булһын. Яу ҡырында һалдат­тар яралы иптәшен ташлап китә алмаған кеүек, һуғыш яралаған бала саҡ кешеләрен дә һин инде ташлай алмайһың — китаптың өсөнсөһө, бәлки, дүртенсеһе, бишенсеһе лә яҙылыр. Бестселлер тип аталған үлемһеҙ хеҙмәттәр тап ана шулай тыуа.

Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Салауат Юлаев исемендәге
республика дәүләт премияһы
лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Вернуться назад