Ғүмер көҙөнә йәм өҫтәп12.09.2015
Ғүмер көҙөнә йәм өҫтәп Хәлил ауыл биләмәһендәге йәмле Сағыл буйында, Дарыулы йылғаһы боролошонда тәүге тапҡыр район ветерандарының һабантуйы ойошторолдо.

Хәлил мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ярҙамында ойошторолған матур сараға райондың барлыҡ ауыл биләмәләренән ветеран ойошмалары рәйестәре, ағзалары йыйылды. Мәҙәниәт йорто директоры Мөслимә Моталова халыҡты ихлас тәбрикләп, һүҙҙе Хәлил ауылы ветерандары советы рәйесе Ә. Хәмзинға бирҙе.
— Үҙебеҙҙең 30-ҙан ашыу ветеран менән урманға сығып, һабантуй үткәреүебеҙ беренсе тапҡыр түгел, — тине ул. — Быйыл район ветерандар советы тәҡдиме менән ошондай байрамды район кимәлендә ойоштороуыбыҙ уңышлы булды. Халыҡтың күплеге ҡыуандыра. Тәбиғәт ҡосағында ял итеү, аралашыу, уйын-көлкө йәшәүгә дәрт өҫтәй.
Совет рәйесе юбилярҙарға, хаҡлы ялға яңы сығып, ветерандар хәрәкәтенә әүҙем ҡушылғандарға маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Һабантуйға Баймаҡ районының ветерандар ойошмаһы рәйесе Т. Бикҡолов та килде.
— Ниәтем — матур сараны үҙ күҙҙәрем менән күреү, ғөмүмән, тәжрибә уртаҡлашыу, — тине аҡһа­ҡал һәм район ветерандар ойошмаһына — Баймаҡ районының энциклопедияһын, Хәлил ауыл билә­мәһенә Талҡаҫ күле һүрәтләнгән картина бүләк итте.
— Ветерандарҙың берҙәм, дәртле булыуына ҡыуанам. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, улар ҡатнашлығында йөкмәткеле саралар күп үтте. Республика кимәлендә лә алдынғы урындарҙы алыуыбыҙ — тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Һабантуй йолаға әйләнеп, киләсәктә уның икенсе биләмәлә үткәрелеренә тулы ышаныс бар. Ҡартайҙыҡ, тимәйек, ғүмер көҙөн йәмләп йәшәйек, — тине район ветерандар ойошмаһы рәйесе А. Төлкөбаев.
Дәүләтша ауылы ветерандар ойошмаһы рәйесе, имам Зәкәриә Сафиуллин аят уҡығандан һуң халыҡ төшкө ашҡа туҡтаны. Биләмәнең оҫта ҡуллы ҡатындары әҙерләгән тәмле бишбармаҡтан, һый-ниғмәттән ауыҙ итеп, ҡымыҙ эсеп, самауыр сәйе янында ла күңелле аралашыу дауам итте.
Ял итеп алғас, халыҡ Мөслимә Моталова һәм мәҙәниәт йортоноң аккомпаниаторы Рөстәм Ғайсин программаһы буйынса әҙерләнгән спорт уйындарында дәррәү ҡатнашты, йыр-бейеү конкурсында көс һынашты. Амангилде биләмәһенең ағинәйҙәр ойошмаһына етәкселек иткән, райондан ситтә лә һоҡланғыс, көслө тауышы менән дан алған Ләлә Ғүмәрованың, Красная Башкирия “һандуғасы” Миңзәлә Хәсәнованың, оҫта йыраусы, нәфис һүҙ оҫтаһы Нәйлә Күсәрбаеваның, Ишбулат Атаул­линдың (Асҡар) йырын, Маһинур Ямалетдинованың (Атауҙы) аһәңле шиғырын, Раил Ушанов (Әбдел­мәмбәт) ойоштороуындағы викторинаны, Иштимер Ғүмәровтың (Амангилде), Салауат Әпсәләмовтың (Йәнгел) оҫта бейеүҙәрен, биләмә ҡатын-ҡыҙҙарының сығышын ихлас ҡабул итте тамашасылар.


Вернуться назад