Кәйефең нисек, игенсе?12.09.2015
Кәйефең нисек, игенсе? Баҫыуҙарҙа – урып йыйыуҙың ҡыҙған осоро. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эште теүәл алып барыуға һауа шарттары ныҡ ҡына ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә яуым-төшөмдән һаҡланыу маҡсатында төрлө сара күрелә, һәр урында игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыу ысулдары ҡулланыла.

”Мир” кооперативының эшмәкәрлеге менән танышырға килгәндә, Ҡарабаш ауылының алдынғы комбайнсылары Илнур Мостафин, Илнур һәм Фидәт Ситдиҡовтар арпа баҫыуына төшкәйне. Сәмләнеп эшләй егеттәр. Йыйылған ашлыҡты Рәдис Хәләпов менән Илгиз Ғәлиуллин ырҙын табағына ташый. Ә ундағы агрегатта, келәттә Рәүил Шәйемов, Рәзиф Камалов, Рәмил Әһәҙуллин, Рәсилә Хәләпова кеүек уңғандар эшләй.
Баҫыуҙар гөрләй: Илфаҡ Ҡалҡаманов, Азат Зыязетдинов, Нәзҡәт Ғилметдинов һаламды агрегат ярҙамында ҡыҫып тығыҙлай, Әлфәрит Тимершәйехов менән Илсур Шәйемов өйөп бара, улар артынан буш майҙандарға тракторсылар йүнәлә. Егеттәр туңға һөрөүҙең ҡулайлы ваҡытын да ҡулдан ысҡындырмай. Бындай эш кооперативтың байтаҡ ерендә башҡарылған да инде.
Механизаторҙар Нияз Фәттәхов, Илдус Исламов, Азат Әхмәтшин, Рәфис Шәрәфуллин үҙ бурысын намыҫ менән атҡара. Араларында Себерҙән ҡайтҡан арала эшләп йөрөгәндәр ҙә бар.
Хужалыҡта 1 300 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Әле ураҡ менән бер рәттән фермаларҙы ҡышҡы осорға әҙерләү бара.
– Ғөмүмән, эш һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтбеҙ, – ти кооперативтың иҡтисад мәсьәләләре буйынса белгесе Руслан Сәйетов. – Уңыш яҡшы, көн торошо ғына ҡамасауламаһа, барлыҡ эште теүәлләргә ине иҫәп. Маҡсаттарға килгәндә, улар ифрат күп, эшсе ҡулдар ғына етһен.




Вернуться назад