5600 ҡатын-ҡыҙ миҙалға лайыҡ26.11.2011
5600 ҡатын-ҡыҙ миҙалға лайыҡРеспубликабыҙҙа күп балалы әсәләргә тәүге тапҡыр “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыу тантанаһына 13 йыл ваҡыт үтеп тә китте. 1998 йылдың
16 апрелендә әсәлекте данлаусы ошо награданы булдырыу хаҡындағы Указды уҡып, бик күптәр ысын күңелдән һөйөнгәйне. Ошо уҡ йылдың көҙөндә күптән көтөп алынған ҙур награданы биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе
18 әсәнең алып ҡыуанғаны иҫтә, күп тә үтмәй 12 әсә, ә декабрҙә йәнә
34 ҡатын-ҡыҙға лайыҡлы бүләкте тапшырыу тантанаһы булды.
Туҡһанынсы йылдарҙа ҡеүәтле СССР-ҙың кинәт тарҡалыуы, Юғары Советтың бөтөрөлөүе ил яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеүе, әсәлек, балалыҡ, ғаилә мәсьәләләренең көн үҙәгенән ситләшеүе, “Герой-әсә” исемен биреү, “Әсәлек даны” орденын һәм “Әсәлек миҙалы”н тапшырыу туҡтатылыуын яҡшы беләбеҙ. Ошондай ауыр шарттарҙа ла республикабыҙ етәкселегенең ғаилә, әсәлек мәсьәләләренән йөҙ бормауы, ҡыйыу рәүештә шәфҡәтлелек, матди ярҙам күрһәтеүе һоҡланғыс күренеш булды, киләсәккә яҡты өмөт уты ҡабыҙҙы.
Хәтергә төшөрәйек әле: һуғыштан һуңғы йылдарҙа Башҡортостан буйынса “Герой-әсә” исеменә 35 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған! 1991 йылдан һуң онотолған матур традицияны ете йыл үткәс Башҡортостанда тергеҙҙеләр, Президент Указы менән “Әсәлек даны” миҙалы булдырылды.
Бөгөн республикабыҙҙа 5 600 әсә ошо ҙур наградаға эйә. Ә быйыл 315 кеше “Әсәлек даны” миҙалын алып һөйөндө. Республика етәкселеге киләсәктә лә әсәлек, балалыҡ һәм ғаиләгә ҡағылған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләргә ынтыла. Әсәләр алдындағы бурыстар ҙа тауҙай: оло хәстәрлеккә улар нисек яуаплар, дәүләттең өмөтөн аҡларлыҡ, ил өсөн ныҡлы терәк булырҙай, лайыҡлы алмаш тәрбиәләү ҡулдан килерме? Заман ҡаршылыҡтарын еңерлек көстө таба алырбыҙмы?


Вернуться назад