Керемде арттырыу маҡсатында12.09.2015
Башҡортостанда бюджет керемдәрен арттырыуҙың яңы алымы ғәмәлгә индерелә.
Республиканың Финанс министрлығы ҡаҙнаның ирекле аҡсаһын ҡыҫҡа ваҡытҡа — ял йәки байрам көндәренә — банк депозитына урынлаштырыу тәртибен төҙөнө. Баш­ҡортостан Хөкүмәтенең “Башҡортостан Рес­­публикаһы бюджеты аҡсаһын банк депозитына урынлаштырыу тураһында”ғы ҡара­рына тейешле үҙгәрештәр индерелде.
Эш аҙнаһының һуңғы көнөндә аҡсаны депозитҡа индереү һәм ял йәки байрам көндәренән һуң тәүге эш көнөндә уны, шулай уҡ иҫәпләнгән проценттарҙы кире ҡайтарыу операцияһы овернайт тип атала. Баш­ҡортостанда бындай алым тәүгә ҡулланыла. Ул ҡаҙна килемен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.



Вернуться назад