Еңел сәнәғәткә — субсидия12.09.2015
Башҡортостан Хөкүмәте быйыл еңел сәнәғәт предприятиеларына Рәсәйҙә теркәлгән етештереүселәрҙән сеймал, материалдар һәм ярымфабрикаттар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибен раҫланы.
Бындай дәүләт ярҙамы 2013 йылда ойошторолғайны, финанслау күләме 30 миллион һум тәшкил итте. Былтыр иһә 29,3 миллион һумлыҡ субсидия бүленде. Быйыл уның өлөшө Рәсәйҙә етештерелгән сеймалды һатып алыуға сығымдың 25 процентын һәм республикала сығарылған сеймалға сығымдың 50 процентын тәшкил итеүе ихтимал. Ярҙамға ҙур предприятиелар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа иҫәп тота ала.