Дәүләт эшмәкәрлегенә һынау12.09.2015
Республика муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына депутаттар һайлауға әҙер. Быйыл сәйәси сараның барлыҡ биләмәләрҙә лә үткәрелмәгәнен иҫәпкә алып, кампанияла ҡатнашҡандарҙың исемлеге яртылаш тиерлек ҡыҫҡартылған. Һөҙөмтәлә тауыш биреүселәр — 1 миллион 316 мең кеше. Уның ҡарауы, партиялар әүҙемлек күрһәтә — уларҙың туғыҙ меңдән ашыу вәкиле теркәү үткән.
Республиканың Хөкүмәт йортонда үткән видеоселектор кәңәшмәлә сараға әҙерлек кимәле ыңғай баһаланды. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев онлайн режимында территориаль һайлау комиссиялары рәйестәрен тағы бер тапҡыр төп бурыстары менән таныштырҙы, ҡануниәткә туҡталды, һәр кемдең эшкә яуаплы ҡарауын теләне. Республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов та үҙ сығышында сараның тыныс шарттарҙа үтергә тейешлеген билдәләне. “Һайлау — сәйәсәттең ныҡлы­ғы­на, дөйөм дәүләт системаһының эшмәкәр­легенә һынау”, — тине ул.
Артабан Күмертау ҡалаһы, Дүртөйлө, Ишембай, Мәсетле, Өфөнөң Калинин райондары территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре онлайн режимында урындағы яңылыҡтар хаҡында хәбәр итте, сараға әҙер булыуын әйтте.





Вернуться назад