Миләштең уңыуы – көҙ сыуаҡлығына12.09.2015
Миләштең уңыуы – көҙ сыуаҡлығына Райондың “Урал” ауыл хужалығы кооперативы водителе Хәлим Нурғәлиев быйыл хеҙмәт юлының 38-се көҙөн ҡаршылай. “Тимер ат”ты армияға тиклем үк “йүгәнләгән” ағай йәштәргә биргеһеҙ. Үҙе кеүек тәжрибәле, тырыш хеҙмәттәштәре Ризат Миңлебаев, Зариф Исламов, Алег Бабаджанов, Ғәйфулла Ғәлләмов, Салауат Лотфуллин, Рим Миңлебаев, Рәмил Саҙретдиновтар менән алмашлап, көндө төнгә ялғап эшләй ул. Тәүлегенә – тиҫтәләгән рейс... Әйтеүе генә анһат. Ашлыҡтың бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәйенсә, ырҙынға алып барып еткереү, комбайнсыларҙың эшен тотҡарламау водителдең яуаплылығына, тырышлығына бәйле. Һис шикһеҙ, Миәкә хужалыҡтарының еңеү-ҡаҙаныштары нигеҙендә нәҡ Хәлим Нурғәлиев кеүек ер йылыһын, ҡөҙрәтен тойоп йәшәгән һәм эшләгән ябай ауыл хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы ята. Улар йыл да етерлек кимәлдә уңыш йыйып, мал ҡышлатыу миҙгелен ауырлыҡһыҙ үткәрә.
Миләштең уңыуы – көҙ сыуаҡлығынаТәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл тиһә­ләр ҙә, август аҙағы – сентябрь башында һауа шарттары ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һис тә ҡыуандырманы. Өҙлөк­һөҙ яуған ямғыр айырыуса бәкәлгә һуҡты. Ярай әле һуңғы көндәр аяҙ тора. Тимәк, ураҡҡа барлыҡ көстө йүнәлтеү талап ителә.
“Урал” кооперативында эш күптән башланһа ла, һауа шарттарының тото­роҡ­һоҙ булыуы сәбәпле яландарҙың 60 процент майҙаны ғына урып йыйыл­ған. Ә уңыш мул.
— Миләш уңһа, көҙ матур килә, ти тор­ғайны өлкәндәр. Ә быйыл әлеге емеш иф­рат күп. Сентябрь аяҙ торор тип ыша­на­­быҙ,— ти кооперативтың баш агрономы Таһир Насиров.
Әйткәндәй, “Урал” – район­дағы иң алдынғы хужалыҡ­тар­ҙың береһе. Ҡеүәтле тех­ника, яғыулыҡ-майлау материалда­рының тейешле кимәлдә тупланыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплы, тырыш булыуы – быларҙың барыһы ла уңыштың нигеҙен билдәләй. Һис шикһеҙ, ялан­дарҙы ниндәй генә заман машиналары иңләһә лә, алдынғы технологиялар ҡулланылһа ла, төп көс хеҙмәт кешеһенә төшә. Ә миәкәләр был йәһәттән ғорурланырға хаҡлы. Рөстәм Вәлиуллин, Фирүс Иҙрисов, Иль­вир Ғәллә­мов, Ирек Рә­миев, Рәлиф Әх­мәҙул­лин, Артур Абдуллин, Хәниф Ғата­ул­лин, Ба­һадир һәм Булат Мадаминовтар, Илнур Ғәбитов, Минияз Сәлимгәрәев, Динар Ғатауллин, Марат Шәймәр­ҙәнов, Мирғәле Гужин, Наил Ғәлиев һәм башҡа тәжрибәле механизаторҙар, комбайнсылар эшләй бында.
Хужалыҡтың уңыш-ҡаҙа­ныш­тары хаҡында һүҙ бар­ғанда, әлбиттә, директор Зөфәр Әһлиуллинды телгә алып үтмәү мөмкин түгел. Оҙаҡ йылдар етәкселек бурысын башҡарған Зөфәр Биктимер улын район халҡы тәжрибәле, киң ҡарашлы башлыҡ тип белә.
— Тырышһаң, уңышың күре­нә, ҡаҙа­ныштарың ваҡытында баһалана, дәүләт тә ярҙамынан өҙмәй, – ти ул. – Уңған, яуаплы хеҙмәттәштәрем — хужалыҡ­тың төп көсө, таянысы. Ялҡау­ҙар, эшһеҙҙәр заманы үтте хәҙер.







Вернуться назад