Йәйенде йәлләнем...12.09.2015
Элегерәк булды был хәл. Йәйгеһен Дим буйына кер сайҡарға төшкәйнем. Эргәмдә ете йәшлек ейәнем Илназ менән Зөлфиә һеңлемдең ҡыҙы Таңсулпан уйнап йөрөй.

Шул саҡ йылғала йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙар ҡаңғылдашып ярға сыға башланы. Алдымдағы һыуҙы болғаттылар. Тонғанын көтөп торғанда күҙемә ҡапыл бер метрҙан да оҙонораҡ йыуан йәйен салынды. Йылғаның ситенә сығып ятҡан! Тереме икән һуң ул? Бәлки, иҫәнгерәп торалыр? Таңсулпанға сыбыҡ менән йәйенгә төртөргә ҡуштым. Әйтелгәнде үтәгән ҡыҙым ҡысҡыра-ҡысҡыра минең яҡҡа йүгерҙе.
Бер нисә минут үткәс, йәйен йәнә ярға килде. Ә бер аҙ арыраҡ йәштәр ял итеп ултыра ине. Уларға ярҙа йәйен ятыуын әйттек. Тегеләр тиҙ генә селтәрле ҡоролма алып килеп, балыҡты эләктерҙе. Шул саҡта ҡапыл бер мәғлүмәт иҫемә төштө: йәйендәр ыуылдырыҡ сәскәндә ярға килеп ята бит!..
Ул арала балыҡ һурпаһы әҙер ине инде. Табынға мине лә саҡырҙылар. Барманым, йәйенде йәлләнем...





Вернуться назад