Файҙалы кәңәштәр12.09.2015
* Иҫке ҡармаҡ ебен мотлаҡ яңыртырға кәрәк.
* Балыҡ лайла йәбешкән епкә насар ҡабыусан.
* Ырғаҡты һәр ваҡыт бер төрлө бәйләргә кәрәк – ваҡыт та аҙ сарыф ителә, ныҡ та була.
* Ҡармаҡ сыбығының быуындарына вазелин йәки ҡоро һабын һөртһәң, йыйыуы еңеләйер.
* Ҡармаҡ сыбығын һыуға һалырға тырышмағыҙ: беренсенән, тутыға, икенсенән, балыҡ ҡурҡа.
* Балыҡ тоҙлағанда һағыҙаҡтар, себендәр ҡамасаулай. Шуның өсөн янығыҙға бер ҡалаҡ бал йәки ҡайнатма ултыртып ҡуйыу отошло булыр.
* Төрлө ярманан әҙерләнгән емләүгә бер таблетка аспирин ҡушһағыҙ, ул оҙаҡ һаҡланыр.
* Йәшен мәлендә яңғыҙ ағас янында тормағыҙ, кәмәлә ултырғандарға төпкә төшөп ятырға кәрәк.
* Балыҡ тотҡанда һөйләшмәһәгеҙ, эре табыш эләгер.


Вернуться назад