Йылмайып-көлөп кенә12.09.2015
– Ирем бигерәк оҫта инде! – тип маҡтана бер балыҡсының ҡатыны. – Балыҡты туңдырып та, ыҫлап та, хатта консервалап та алып ҡайта!
* * *
Бер ир ҡалҡыуысына ҡарап бик оҙаҡ ултыра. Өсөнсө сәғәт киткәс, ҡатыны йыуыныу бүлмәһенә инә:
– Ултырма бында, бар балығыңа! Миңә кер йыуырға кәрәк.
* * *
Уҡытыусы бәләкәй генә йәйен балаһын тотоп, уға оҙаҡ һоҡланып ҡарап ултырған. Унан:
– Хәҙер ҡайт инде. Иртәгә атай-әсәйеңде эйәртеп килерһең, йәме, – тип балыҡты һыуға ырғытҡан.
* * *
Яр буйында берәү ҡармаҡ һалып ултыра икән. Ә балыҡ ҡапмай ҙа ҡапмай. Шул ваҡыт крокодил һыуҙан башын сығарып ҡарай:
– Ни эшләй, ҡапмаймы?
– Юҡ шул.
– Бәлки, үҙең һыу инеп сығырһың?..
* * *
Баҙарҙа берәү туңған балыҡ һатып тора икән. Янына икенсеһе килә:
– Был балығың ниңә кәкерәйгән?
– Йылғаның боролошонан уҙғанында тотҡайным…