Электрлы йыланбалыҡ. Ул һөжүмдән бик һәйбәт һаҡлана. Һуңғы сиктә алыш 600 вольтлыҡ электр тогы һуғыу менән тамамлана – был һөжүм иткән кешене йәки башҡа йән эйәһен үлтереү өсөн етерлек. Йыланбалыҡ Көньяҡ Америкала һәм Амазонкала йәшәй.
Юлбарыҫ балыҡ. Шундай уҡ йыртҡыс зат. Уны “голиаф балыҡ” тип тә йөрөтәләр. Бритва һымаҡ осло тештәре һунар итеү өсөн бик ҡулай. Был ҡан көҫәгән ҡурҡыныс балыҡтың ауырлығы 50 килограмға етеүе ихтимал. Һыуға осраҡлы килеп ингән хайуандарҙы ашай, кәзәләргә һөжүм итә.
Гунч. Непал менән Һиндостан араһында аҡҡан Кали йылғаһында йәшәй. Кеше итен ашай, урындағы халыҡҡа айырыуса ҙур ҡурҡыныс менән янай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр мәйеттән ҡотолоу өсөн Кали йылғаһын файҙалана.
Ташбалыҡ. Иң ҡурҡыныс һәм сәйер балыҡтарҙың береһе. Ташҡа оҡшаған мәрйен рифтары араһында йәшәй. Ағыулы. Тешләһә, кешене лә үлтерә. Ағыуына ҡаршы дарыу табылмаған.